Уның маҡсаты — ауыр хәлгә тарыған балалар (аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар) өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу. 31 авгусҡа тиклем дауам иткән мәрхәмәтлек акцияһында райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнаша ала. Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм һүрәт төшөрөү дәрестәре өсөн әйберҙәр яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта тотонолған булыуы мөмкин.
Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә ярҙам йөҙөнән Акцияла ҡатнашырға, әйберләтә йәки аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәрҙе Архангел ауылы, Совет урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” район-ара үҙәгенең урындағы бүлеге бинаһында көтөп ҡалабыҙ. Һорауҙар менән 2-26-74 телефонына шылтыратырға ла мөмкин.