Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь 2020, 13:03

Алдынан иғтибар итегеҙ!

25 һәм 26 июндә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнө арналған байрам сараларын үткәргәндә хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфөнөң Киров районында - Зәки Вәлиди урамында, “Ватан” этнопаркына төшкән ерҙә һәм Hilton Garden ҡунаҡханаһы янында транспорт хәрәкәте сикләнә.

Атап әйткәндә, 25 июндә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем һәм 26 июндә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 5-кә тиклем түбәндәге участкаларҙа хәрәкәт тыйыла:

– Зәки Вәлиди урамында Совет урамынан алып Ғафури урамына тиклем;

– “Ватан” этнопаркына төшкән ерҙә (түбәнге майҙансыҡ);

– Hilton Garden ҡунаҡханаһы янында.

Был мәлдә ошо участкаларҙа йәмәғәт транспорты маршруттарының хәрәкәт схемаһы ла үҙгәрә.

Өфө хакимиәте ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға хәлде аңлап ҡабул итеүҙе һорай, уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм хәрәкәт маршрутын алдан күҙалларға кәңәш итә.

Читайте нас: