Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь 2020, 12:05

Алдан хаҡлы ялға сығам тигән медицина хеҙмәткәрҙәренә

Ҡануниәткә ярашлы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәре билдәләнгән йәш тулыуҙан алда пенсияға сығырға хоҡуҡлы.

2019 йылдың 1 ғинуарынан улар өсөн хаҡлы ялға китеү мөҙәте үҙгәрҙе. Закон нигеҙендә, талап ителгән выслуганы алған йылға ҡарап, биш йыл дауамында пенсияға сығыу срогын этаплап арттырыу күҙ уңында тотола. Дауалау эшмәкәрлеге буйынса стажға талаптар элеккесә ҡалды, йәғни ауыл ерендә — 25 йыл, ҡалала, йә ҡала тибындағы ҡасабала 30 йыл эшләү мөһим. Стажға шулай уҡ тиҙ ярҙам, кисекмәҫтән медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ҡан ебәреү станцияларындағы хеҙмәт иҫәпләнә. Исемлектә билдәләнгән медицина учреждениеларында һәм вазифаларында халыҡтың һаулығын һаҡлауға көс һалыусыларҙың хеҙмәте алдан пенсияға сығыуға хоҡуҡ биргән стажға инә. Шул уҡ мәлдә 2013 йылдың 1 ғинуарынан эш биреүсе тарафынан өҫтәлмә тариф буйынса (хеҙмәт шарттарын махсус баһалау үткәргәндән һуң, йәғни зарарлы йә хәүефле хеҙмәт шарттары булғанда) иғәнә түләһә, ундағы хеҙмәт арауығы алдан пенсия юллауҙа стажға иҫәпләнә. Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә әлеге мәлдә 22616 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре алдан пенсия ала башлаған. 2019 йылда хаҡлы ялға сығыу йәше арттырылыуҙы иҫәпкә алып 311 медицина һөнәр эйәһе алдан пенсияға сығыуға хоҡуҡлы булды.
Үҙеңдең пенсияға хоҡуғың, медицина стажына иҫәпләнгән арауыҡтар хаҡында Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтындағы Шәхси кабинетта йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында белешергә мөмкин.
Наталья Козусь,
район Пенсия фонды бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: