Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июнь 2020, 17:50

Сәләмәт быуын үҫтереү — һәр кемебеҙҙең оло бурысы

26 июнь — Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө. Был дата 1987 йылдан алып Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы ҡарары буйынса билдәләнә.

Наркотиктар таратыуға ҡаршы көрәш тарихына инде 100 йылдан ашыу. 1909 йылдың февралендә Шанхай опиум комиссияһы ҡатнашыусылары, ә уның эшендә 13 ил, шул иҫәптән Рәсәй ҙә ҡатнаша, Азия илдәренән наркотиктар индереүҙе сикләү юлдарын эҙләп ҡарай. Бөгөн дә хоҡуҡ һаҡлау органдары был мәсьәләне тулыһынса хәл итә алмай. Хәҙерге ваҡытта “илебеҙҙә наркомандарҙың артыуы туҡтап ҡалды” тигән белдереүҙәр ишетелһә лә, үлемесле ағыуҙы хатта 6 йәштән дә ҡулланыусыларҙың булыуы өмөттө һүндереп ҡуйғандай була.
Наркомания һаман да донъялағы иң мөһим проблемаларҙың береһе булып һанала. Мәҫәлән, 2019 йылда Башҡортостанда ғына наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 5435 енәйәт теркәлгән. Ә был сиргә тарығандар иһә —7623 кеше. Башҡортостанда был көндө ғәҙәттәгесә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән акциялар уҙғарыла. Бынан тыш, Республика территорияһында үҫемлектән яһалған наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен, наркотик һәм психотроп үҙенсәлеккә эйә булған ҡырағай үҫемлектәрҙе сәсеү, үҫтереү урындарын асыҡлау һәм юҡ итеү маҡсатында “Мәк — 2020” комплекслы оператив-профилактик сараһы үтә.
Эйе, киләсәгебеҙҙе наркотиктарҙан һаҡлап, һау-сәләмәт быуын үҫтереү — һәр кемебеҙҙең оло бурысы. Бының өсөн бала менән уртаҡ тел табыу, уның шөғөлдәрен белеү, ауыр саҡта ярҙамға килер дуҫына әүерелеү мөһим. “Кисәге наркоман булмай” тиһәләр ҙә, үлемесле ағыуҙан баш тартып, тулы тормош менән йәшәүселәр бихисап. Тик был оло ихтыяр көсөн, яҡындарыңдың таянысын тойоуҙы талап итә. Үҙегеҙҙең, балаларығыҙҙың, апай-ағайҙарығыҙҙың ғүмере, хатта иң ҡурҡыныс юл менән дә, тик наркотик табыуға ғына ҡоролмаһын өсөн, ошо минуттан уйланығыҙ, кешеләр!
Айрат Мортазин,
район полиция бүлеге начальнигы.
Читайте нас: