Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2020, 12:45

Тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерәләр

Росреестр идаралығында телефон хеҙмәттәренең вәкәләт үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй

Граждандарға һәм юридик шәхестәргә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын һәм уңайлығын арттырыу, уларҙы алыуҙа сығымдарҙы кәметеү, ришүәтселек хәүефен кәметеү маҡсатында Росреестр идаралығында телефон хеҙмәттәренең вәкәләт үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Уның аша түбәндәге һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин:
  • күсемһеҙ милекте кадастр иҫәбенә индереү, хоҡуҡты теркәү, уға ҡағылышлы килешеүҙәр төҙөүҙә кәрәкле документтар исемлеге;
  • күсемһеҙ милекте Берҙәм дәүләт теркәүенән белешмәләр алыуға ғариза биреү тәртибе һәм ысулдары;
  • дәүләт хеҙмәттәре күрһәткән өсөн түләүҙәр күләме, дәүләт пошлинаһы, түләүҙәрҙе кире ҡайтарыу тәртибе;
  • росреестрҙың территориаль бүлектәре һәм кадастр палатаһы филиалдары буйынса, шул иҫәптән адрестары, телефондары, эш графигы, дәүләт хеҙмәттәре исемлеге һәм башҡалар буйынса мәғлүмәт биреү;
  • ҡарарҙарға, хеҙмәттәр күрһәтеүҙә яуаплы вазифа биләүселәрҙең эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдереү тәртибе.
  • Телефон хеҙмәттәре үҙәге Росреестрҙың үҙенсәлекле проекты һанала һәм ул үҙен мөрәжәғәт итеүселәр менән үҙ –ара бәйләнеш алып барыуҙа тәьҫирле канал булып тора. Вәкәләт өсөн был Росреестрҙың рәсми сайты менән бер рәттән дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең айырыуса юғары технологиялы ысулдарының береһе.
    Ағымдағы йылдың биш айында мөрәжәғәттәрҙе теркәү һәм эшкәртеү берҙәм системаһы аша Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығына 558 ғариза килде. Былтырғы ошо осорға ҡарата һандар (514) менән сағыштырғанда бер нисәгә күберәк. Улар араһында документтарҙың әҙерлеген тикшереү һәм мөрәжәғәт итеүселәргә әҙер документтарҙы тапшырыу буйынса һорауҙар өҫтөнлөклө урын биләй. Бөтә ғаризалар ваҡытында ҡаралып, яуаптар берҙәм порталға урынлаштырылды. Һорауҙарығыҙ менән Росреестр идаралығындағы телефон хеҙмәттәренең вәкәләт үҙәгенә (8-800-100-34-34) шылтыратырға мөмкин.
    Наталья Шаһиева,
    БР буйынса Рәсәй дәүләт теркәүе идаралығының етәксеһе ярҙамсыһы.
    Читайте нас: