Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь 2020, 12:10

Түләүҙәр башланды

Рәсәй Пенсия фонды ағымдағы йылдың апреленән июнгә ҡәҙәр инвалидтарҙы, оло кешеләрҙе, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ваҡытлыса йәшәүгә һәм оҙатып йөрөүгә алған граждандарға түләүҙәр бирә башланы.

Хөкүмәт Ҡарарына ярашлы, бында ваҡытлыса опекундарға ҡарауға алынған һәр кеше өсөн айына 12 130 һум күләмендә түләү тейеш.
Уға дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған ойошма хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡлы. Мәҫәлән:
  • инвалидтарҙы һәм оло кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү стационар ойошмаһынан, шулай уҡ был ойошманан тыш булдырылған стационар бүлектән оҙатып йөрөүгә алғандар;
  • инвалидтар, ололар, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн тәғәйен ойошмаларҙан уларҙы ваҡытлыса йәшәтеүгә алғандар.
  • Түләүҙәр шулай уҡ ошондай хеҙмәттәрҙе атҡарған ирекмәндәргә һәм башҡа граждандарға ла бирелә. Уларға хоҡуҡтар РФ субъекттарының хөкүмәт органдары (беҙҙең республикала иһә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы) тарафынан булдырылған мөрәжәғәт итеүселәр реестры ярҙамында тикшерелә.
    Юғарыла әйтелгәндәр хаҡында теүәл мәғлүмәт менән сайтта (http://www.pfrf.ru/knopki/zhizn~4790) танышырға мөмкин.
    Наталья Козусь,
    район Пенсия фонды бүлеге начальнигы урынбаҫары.
    Читайте нас: