Районыбыҙ дауаханаһы табиптары сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә. Шулар рәтендә тәжрибәле белгес, хирург–онколог Юлай Мәзитов тураһында һөйләгем килә. Табиплыҡ — уның ҡанында, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, сөнки аҡ халатлыларҙың һөнәренә ҡыҙыҡһыныу мәктәп йылдарында уҡ уяна һәм маҡсатын тормошҡа ашыра — Башҡортостан дәүләт медицина университетына юллана. 2007 йылда юғары уҡыу йортоноң “Дауалау эше” факультетын тамамлағандан һуң, егет үҙәк район дауаханаһында хирургия буйынса интернатура үтә.
Йәш белгес булып хеҙмәт юлын башлағанға 13 йыл да уҙып киткән. Бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләү, яңынан-яңы белем алыуға ынтылыш — һөнәри оҫталығының төп сифаттары. Юлай Батыргәрәй улы төрлө йылдарҙа “Термик травма”, “Алдан һәм даими рәүештә медицина тикшереүҙәре ойоштороу һәм үткәреү”, “Клиник трансфузиология”, “Хирургияла стационарҙы алыштырыусы технологиялар” йүнәлешендә белемен камиллаштыра. Бынан тыш, “Патологик анатомия” программаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтә һәм БР Һаулыҡ һаҡлауғ министрлығының онкология диспансерында тәжрибә туплай.
Медицина өлкәһендә осраҡлы кешеләр эшләй алмай. Яҡшы табип булыу өсөн һөнәреңде ысын күңелдән яратыу, кешеләрҙе дауалауға, уларҙың хәлен еңеләйтеүгә бар көсөңдө һала белеү мөһим. Шуға күрә үҙ эшенең оҫтаһы булған белемле лә, яғымлы ла, иғтибарлы ла белгес — алтынға тиң. Ундайҙарҙың коллективта ла, пациенттар араһында ла баһалары ҙур.
“Әгәр һин үҙ бурысыңды сифатлы башҡараһың, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуҙа һөнәри оҫталығыңды егә беләһең, яңылыҡтарҙы еңел ҡабул итәһең, ғүмерен һиңә тапшырған пациентыңдың ышанысын аҡлауға инанаһың икән, әлбиттә табип булыу ҡатмарлы түгел,” — ти Юлай Батыргәрәй улы.
Һәләтле булыуын һәм вазифауи бурыстарына яуаплы ҡарауын иҫәпкә алып 2011 йылда уны дауахананың патологоанатомия бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Бынан тыш, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша ул. Тырышлығы ла баһаланмай ҡалмай — Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Әйтергә кәрәк, етәкселек тә, пациенттары ла уның эшенән бик ҡәнәғәт. Сетерекле осраҡтарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүе, намыҫлылығы, оперция яһауҙың яңы ысулдарын һәм техникаһын тиҙ үҙләштереүе өсөн хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулаған. Шулай ҙа өмөт бағлап килгән пациенттарҙың хәлдәре еңеләйгәндән һуң рәхмәт белдереүе, уның хеҙмәтенә иң ҙур баһа.
Юлай Мәзитов тәжрибәле һөнәр эйәһе генә түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла: ҡатынына һөйөклө тормош иптәше, ҡыҙҙары Разалия менән Ралинаға хәстәрлекле атай. Хәләле Гөлнара балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.Ул донъя көтөүҙә лә, уның эшендә лә һәр саҡ ышаныслы ярҙамсы.
Талапсанлығы, егәрлелеге арҡаһында кешеләрҙең ышанысын, абруйын яулап ҡына ҡалмай, һәр кем Юлай Батыргәрәй улында үҙенең яҡлаусыһын, һаҡлаусыһын күреп, үҙ итә. Эшләү осоронда ҙур һөнәр тәжрибәһе туплаған табипҡа артабан да хеҙмәт уңыштары теләйек.