Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2020, 11:15

МИР картаһына күсеү октябргә тиклем оҙайтылды

Банк картаһы аша пенсияларын алған пенсионерҙарға МИР түләүҙәр системаһына 2020 йылдың октябренә тиклем күсергә мөмкин.

Пенсия түләүҙәренең социаль әһәмиәтен һәм короновирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында граждандарҙың, айырыуса оло йәштәгеләрҙең, йөрөүе сикләнеүҙе иҫәпкә алып, РФ Үҙәк банкы ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте.”МИР” картаһына күсеү пенсия түләүҙәре башҡарыу процедураһында бер нисек тә сағылмаясаҡ.
Пенсионер түләүҙәрҙе алыу ысулын үҙе һайлай: “Рәсәй почтаһы” (кассала йәки өйҙә) йәиһә кредит учреждениеһы (картаға йә һаҡлыҡ кенәгәһенә) аша. Үҙҙәренең ошо хаҡтағы теләген белдергән ғаризалары менән пенсионерҙарға урындағы Пенсия фонды идаралығына, күп функциялы үҙәккә, дәүләт хеҙмәттәре порталы, Пенсия фонды сайтындағы “Шәхси кабинет”, шулай уҡ яҙма рәүештә рөхсәт биреп үҙенең эш биреүсеһе ярҙамында мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Пенсияны тәғәйенләгәндә Пенсия фонды идаралығы белгестәре ғариза биреүсегә, әгәр ул кредит учреждениеһы аша түләүҙәрҙе алырға теләк белдерһә, банк уны ”МИР” түләүҙәр системаһы картаһы менән тәьмин итеүе тураһында мәғлүмәт бирә. Башҡа түләүҙәр системаһы карталары менән ҡулланған осраҡта кредит ойошмалары “МИР” картаһына ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем күсергә кәрәклекте аңлата.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә,кредит учреждениеһын һайлаған 81 процент пенсионерҙар түләүҙәрҙе карта ярҙамында ала.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: