Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2020, 12:25

Ил төкөрһә, күл була

Май айының бер көнөндә беҙгә оло ҡаза килде: ҡапыл сыҡҡан янғын арҡаһында көн күргән йортобоҙ күҙ асып-йомғансы янып юҡҡа сыҡты.

Өс бала менән өҫтөбөҙҙәге кейемдәрҙә генә урамда тороп ҡалдыҡ.
Әлбиттә, изге күңелле кешеләр шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ауыл хакимиәте ваҡытлыса йәшәп торорға элекке китапхана бинаһына керетте. Район мәҙәниәт йорто, Үҙәкләштерелгән китапхана, Балалар сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре аҡса йыйып, телевизор, һыуытҡыс һәм кер йыуыу машинаһы алып бирҙе. “Ғаилә” үҙәге лә ситтә ҡалманы: әлеге мәлдә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән “Ихлас” мәсетенә документтар юллау менән мәшғүл, көнкүрештә мөһим әйберҙәрҙе алыу өсөн ай һайын аҡсалата түләүҙәр менән тәьмин итә. Ауылдаштарыбыҙ, күршеләребеҙ, район кешеләре ғаиләбеҙҙең хәленә инеп, түшәк-ҡаралты, һауыт-һаба кейем-һалым кеүек кәрәк-яраҡ алып килде. Улар араһынан Гөлфиә Әбделвәлиева, Рөстәм Мөхәмәтдинов, Гөлсирә Урманцеваны атап үткем килә. Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ аҡылы. Был мәҡәлдең мәғәнәһе тап ошо мәрхәмәтле кешеләргә ҡағыла ла инде. Ғаиләбеҙҙең ҡайғыһына битараф ҡалмаған ошо кешеләрҙең терәк-таянысы беҙгә ауырлыҡты еңергә ярҙам итте, ысын мәғәнәһендә яңғыҙ түгеллегебеҙгә инандыҡ.
Вилиә Әбхәлиҡова.
Оҙондар ауылы.
Читайте нас: