Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2020, 11:50

Хеҙмәткәр кире эшенә урынлаштырылды

Район прокуратураһы күп балалы атай кешенең законһыҙ рәүештә эштән бушатылыуы тураһында мөрәжәғәте буйынса дәлилдәрҙе тикшерҙе.

Билдәләнеүенсә, ул электр селтәрҙәре менән тәьмин итеүсе ойошмала электр энергияһына иҫәп алып барыу буйынса мастер бурысын башҡара. Ағымдағы йылдың мартында яңы короновирус инфекцияһы таралыу хәүефенә ярашлы Башҡортостан Республикаһы территорияһында иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә булған арауыҡта эшсенең бер нисә тапҡыр кисерерлек сәбәпһеҙ хеҙмәт бурыстарын үтәмәүе арҡаһында ойошма етәкселеге уны эшгтән бушатыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Өҫтәүенә быға тиклем эшсегә дисциплинар яза ла билдәләнгән була.
Шул уҡ мәлдә тикшереү предприятие директорының эштән бушатыу тураһындағы бойороғо РФ Хеҙмәт Кодексы (192, 193-сө статьялар) талаптарына тап килмәгәнен күрһәтте. Атап әйткәндә, эштән сығарыу сүрәтендә дисциплинар яуаплылыҡҡа килтереүсе сәбәптәр, уларҙы ҡылған ваҡыт, шулай уҡ эшсенең хеҙмәт бурыстарын боҙоуын дәлилләгән норматив акттарҙың ссылкалары теркәлмәгән.
Ғаиләнең берҙән – бер ҡараусыһының хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында ойошма етәксеһенә асыҡланған закон боҙоуҙарҙы юҡ итергә ҡушып, белдереү индерелде. Прокурорҙың талаптары ҡәнәғәтләндерелде, эшсе урынына кире ҡайтарылды, кадрҙар хеҙммәткәре һәм бүлек начальнигы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Раджив Гайсин,
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: