Банк картаһына үтеп инеү һәм интернет-мутлыҡ менән бәйле йыраҡтан тороп мутлыҡ ҡылыусылар күп кенә граждандар тарыған мөһим проблема һанала. Уларҙың “Фишинг” тип йөрөтөлгәне айырыуса таралған. Мутлашыусылар потенциал ҡорбандың банк картаһындағы аҡсаларға үтеп инеү маҡсатында билдәле бер йүнәлештә эшләй. Бының өсөн улар рәсми сайттарҙың теүәл күсермәһе булған биттәрҙең ссылкалары бирелгән почта хәбәрҙәрен банк хеҙмәткәре исеменән ебәрә. Унда карталарҙы артабан ҡулланыу өсөн уның белешмәләрен күрһәтеү тәҡдим ителә.
Ялған интернет-магазиндар иһә ошондай мутлыҡтың тағы бер төрө. Мутлашыусылар һатып алыусынан тауар өсөн хаҡ түләтә әммә үҙҙәренең бурысын үтәмәй.
Әйтергә кәрәк, сайттың киң билдәлелеге һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙең гарантияһы түгел. Улар киреһенсә, вебмаркетингты ҡулланып, үҙҙәренең сайтын әүҙемләштерә. Йыш осраҡта ялғандары ысын сайттарға ҡарағанда ла киң таралғаныраҡ була, хатта тыштан оригиналынан бер нисек тә айырылмай. Бындай сайттарҙа түләү биттәре тауар һәм хеҙмәттәргә түләгән рәүештә күрһәтелә, ә ысынында потенциал ҡорбан аҡсаһын мутлашыусының банк картаһына йәки телефонына күсерә. Бынан тыш, яһалма сайттарҙа мутлашыусылар рөхсәт ителмәгән операциялар өсөн карталарҙың реквизвиттарын туплай. Бындай түләүҙе башҡарғандан һуң гражданға почта аша раҫлау ҙа килергә мөмкин, ләкин тауар ҙа юҡ, хеҙмәттәр күрһәтелмәйәсәк.
Яһалма сайттарҙы ысынынан айырыу сифаттары:
Адрес юлын иғтибар менән өйрәнегеҙ. Дизайны оригиналды тулыһынса күсереүе ихтимал, әммә адрес юлында нимәлер, бер генә тамға булһа ла етешмәйәсәк. Сайт яңы һәм уның хаҡында интернетта бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Сайттағы текстарҙа хата һәм асылмаусы ссылкалар булыуы бар. Бер тапҡыр индерелеүсе паролдең дизайны һеҙҙең банктағынан айырылыуы ихтимал. Магазин атамаһы урынына P2P, PEREVODNAKARTU или CARD2CARD символдары, йәғни картанан картаға күсереү тураһында мәғлүмәт. Банктың оҡшаш битендәге сумма үҙгәртелергә мөмкин. Бер тапҡыр йыйылған пароль өсөн сайт белешмәләрен яҙғандан һуң ҡорбанға паролдең дөрөҫ булмауын, яңы операция башҡарыуға икенсе пароль индереүен һорайҙар. Был сифаттарҙың ҡайһыһын булһа ла күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ үҙегеҙҙең картағыҙҙа бирелгән телефон номерына шылтыратығыҙ һәм ышаныслы интернет майҙансыҡтар менән генә файҙаланығыҙ.
Мутлашыусыларҙың юғары технологиялар ярҙамында банк карталары менән законһыҙ рәүештә эш итеүе РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһы нигеҙендә ҡарала. Уның буйынса 100 меңдән 500 мең һумғаса йәиһә бер йылдан ике йылға тиклем арауыҡтағы килеме күләмендә штраф менән бер рәттән 5 йылға тиклем мәжбури эш йәки 6 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы билдәләнә. Әгәр инде енәйәт ҡылыу төркөм менән ойошторолһа, иректән мәхрүм итеү 7 йылғаса оҙайтыла, ә штраф күләме 1 миллион һумға ҡәҙәр күтәреләсәк.
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.