Ғаризаны ағымдағы йылдың 1 октябренә хәтлем бирергә мөмкин. 20 майҙа ғәмәлгә ингән Хөкүмәт Ҡарары нигеҙендә бөтә ғаризалар ҙа (шул иҫәптән ялдарҙа тапшырылғандары ла) биш эш көнө эсендә ҡарала һәм аҡса өс эш көнө дауамында күсерелә. Кире ҡағылған осраҡта ата-әсәгә ғаризаны ҡарағандан һуң беренсе көндә үк был хаҡта белдереү ебәрелә. Тикшереү барышында Пенсия фонды белешмәләрҙе сағыштырыу буйынса айырым эш башҡара. Шулай ҙа ата – әсәләргә белешмәләрҙе, айырыуса банк иҫәбе реквизиттарын ҙур иғтибар менән тултырыу мөһим. Түләүҙәр ғариза тапшырған ата-әсә исеменә генә күсерелә. Опека тәрбиәһенә алыусы йәки баланың тыуыу тураһында таныҡлығы сит илдеке булһа, Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә, йә күп функциялы үҙәккә шәхсән килеү талап ителә.Түләүҙәр хаҡында аңлатмалар һәм йыш бирелгән һорауҙарға яуаптарҙы Пенсия фондының сайтында
http://www.pfrf.ru/knopki/zhizn/ табырға мөмкин.