Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Июнь 2020, 12:35

Хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлау хоҡуғы бар

Хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр нигеҙендә электрон хеҙмәт кенәгәһе булдырыласаҡ.

Республиканың 27 меңдән ашыу эш биреүсеһе РФ Пенсия фондына үҙҙәренең эшселәренең хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында 380 мең белешмә тапшырҙы. Хөкүмәт Ҡарарфна ярашлы Пенсия фондына белешмәләр биреүҙең яңы мөҙәттәре билдәләнде. Хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә электрон хеҙмәт кенәгәһе булдырыласаҡ. Эшкә алған йәки эштән бушатҡанда белешмәләр етәксенең ошо турала бойороғо сыҡҡандан икенсе көндә тапшырыла.
Яңы тәртип 1 апрелдән булған кадрҙар үҙгәрешенә ҡағыла. Ошоға ярашы ағымдағы йылдың 1 апреленән 26-һына тиклем эшкә алынған йәки эштән бушатылған хеҙмәткәр хаҡында белешмә СЗВ-ТД формаһы буйынса тапшырылырға тейеш. Хеҙмәт эшмәкәрлегендәге башҡа үҙгәрештәргә бәйле (икенсе вазифаға күсереү, эштән китеү осрағында йәки эшсе хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлаған саҡта) мәғлүмәтте электрон ысулда элеккесә иҫәп-хисап яһау арауығында килгән айҙың 15-енә тиклем бирергә кәрәк.
Атап үтелгән белешмәләрҙе биргәндә страховалаусы тәү тапҡыр бер юлы эшсеһенең 2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләрҙе лә индерә. Ағымдағы йылдың 30 июненә тиклем эш биреүселәр шулай уҡ эшселәренә хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлау һәм йыл аҙағына ҡәҙәр элеккеһен ҡалдырыу йәки электрон ысулына күсеү буйынса ғариза яҙыухоҡуғы тураһында аңлатырға бурыслы. РФ Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, республиканың 127763 эшләүсе кешеһе хеҙмәт кенәгәһе формаһын һайлаған да инде.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: