Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июнь 2020, 11:56

“Ауыл сәғәте”: ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, контроль һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре, республика тауар етештереүселәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә малсылыҡты үҫтереү, ит эшкәртеү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.

– Бөгөн агросәнәғәт комплексының көнүҙәк проблемаларын берлектә хәл итеү йәһәтенән яңы практиканы башлайбыҙ. Башҡа тематик кәңәшмәләр менән бер рәттән, ул да һөҙөмтәле булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов былтыр Башҡортостанда 263 мең тонна ит етештерелгәне, был күрһәткес буйынса республиканың Рәсәй төбәктәре араһында унынсы урынды биләүе тураһында хәбәр итте.

– Беҙ үҙебеҙҙә етештерелгән ит менән республикалағы ихтыяжды 88 процентҡа ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Продукцияның бер өлөшөн күрше төбәктәрҙән ташыйҙар, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан биләмәһе мал һанын 1,5 тапҡырға арттырыу мөмкинлеген бирә.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, киләһе өс йылда төбәктә инвестиция проекттары нигеҙендә төҙөлгән ҙур производстволар эшләй башлаясаҡ. Шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын арттырыу өсөн ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Улар иҫәбенә мал һуйыу цехтары селтәрен һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереү системаһын үҫтереү, хаҡты асыҡтан-асыҡ ҡуйыу, сауҙа селтәрҙәрен, баҙарҙы һәм социаль учреждениеларҙы урындағы продукция менән тәьмин итеү мәсьәләләре инә. Вице-премьер әйтеүенсә, халыҡ, эшкәртеү һәм ҡулланыусылар араһында бәйләнеш сылбырын булдырыу мөһим.

Республика Башлығы Хөкүмәткә ошо йүнәлештәрҙе тикшерергә һәм киләһе “Ауыл сәғәте”нең береһендә тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Читайте нас: