Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июнь 2020, 12:00

Үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ

Юлда һәләк булған йәйәүлеләрҙең төп өлөшө ҡараңғы ваҡытҡа тура килә.

Ә балалар юл хәрәкәтендә айырыуса иғтибар талап итә. Водителдәргә күҙ аша 90 процент мәғлүмәт килә. Шуға күрә кис өйҙән сыҡҡанда үҙегеҙҙең һәм балаларығыҙҙың кейемдәрендә яҡтылыҡ сағылдырыусы (яҡтылыҡ ҡайтарыусы, сағылдырыусы, фликерҙар кеүек) элементтар булыуын ҡайғыртығыҙ. Бындай элементтар булған кейемдәге баланы водитель байтаҡ йыраҡтан күрәсәк. Шул рәүешле хәрәкәт итеү тиҙлеген кәметә, был иһә бәлә-ҡазанан ҡотолдора ла инде.
Йәйәүлеләрҙең кейемендәге яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент уны 150 метр алыҫлыҡтан абайларға мөмкинлек бирә. Уларҙы балалар арбаһына, самокаттарға, велосипед һәм скейтбордтарға, хатта роликлы конькиҙарға беркетергә була.
Фликерҙар күп булмай. Әммә улар кейемдә ни тиклем күберәк, шул тиклем яҡшыраҡ. Иң ҡулай ысул: йәйәүлелә кәмендә дүрт яҡтылыҡ сағылдырыусы беркетелеүе. Сөнки юл саттары, юл хәрәкәтендә иң хәүефле урындар һанала, ә ике яҡтан беркетелгән яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент, төрлө йүнәлештә хәрәкәт итеүсе водителдәргә яҡшы күренәсәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хәҙерге мәлдә бындай элементтарҙы тағып йөрөү бик мөһим, сөнки транспорттар ҙа күбәйҙе, ә ҡараңғыла йәйәүлеләрҙе күреү үтә ҡатмарлы. Үҙегеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙҙе үҙегеҙ ҡайғыртығыҙ.
Вставка:
Кейемдә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар тураһындағы законға 2015 йылдың 1 июленән төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индерелде. Ҡабул ителгән положениеға ярашлы тәүлектең ҡараңғы өлөшөндә бөтә йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы наклейкалар, значоктар (фликерҙар) йәки нашивкалар булырға тейеш. Был айырыуса балаларға ҡағыла, сөнки яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.
Евгений Чернов,
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.
Читайте нас: