Велосипедта йөрөгәндә мотлаҡ һаҡланыу сараларын (баш кейеме,тубыҡтарҙы, терһәктәрҙе һаҡлағыстар ) ҡулланығыҙ. Улар һеҙҙе йығылғанда бәрелеүҙән ҡурсалар. Үҙегеҙҙең был транспорт төрөндә бик оҫта йөрөүегеҙгә ныҡлы ышанһағыҙ ҙа, һаҡланыу сараларынан баш тартмағыҙ, сөнки йә ташҡа, йә соҡорға тап килһәгеҙ, тигеҙлекте юғалтырға мөмкин бит. Шулай уҡ бирсәткәлә йөрөү ҙә бик мөһим — уларҙа велосипед менән идара итеү уңайлыраҡ, ә эҫе мәлдә тирләгән устар рулде тотҡанда таймаясаҡ. Транспортты үҙегеҙгә ҡулай рәүештә яйлап алығыҙ: ултырғыстарының уңайлы булыуы яҡшы. Әгәр ул дөрөҫ урынлашмаһа, велосипед менән идара итеү ҡыйынлаша. Шул уҡ мәлдә тиҙ арыясаҡһығыҙ ҙа. Дөрөҫ ултырыу, ултырғысты көйләүгә бәйле. Бының өсөн бер аяҡты төшөрөп, икенсеһен педальгә баҫып, уға ултырып ҡарарға кәрәк. Ергә баҫып торған аяҡ бөгөлөргә тейеш түгел. Әгәр ул бөгөлә икән, ултырғыс бик түбәндә, уны күтәреп ҡуйығыҙ.
Тағы бер тапҡыр юл йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ. Айырыуса велосипедсыларға ҡағылған, ҡайҙа йөрөргә, ҡайҙа ярамағанлығы тураһында әйтелгән бүлеккә иғтибар итегеҙ. Ете йәше тулмаған иң бәләкәй велосипедсыларға тик өлкәндәр күҙәтеүендә генә тыҡрыҡтарҙы, йәйәүлеләр һәм ошо транспортта йөрөүселәр өсөн тәғәйен юлдарҙы һайларға.
14 йәштән өлкәндәр велосипед өсөн махсус тәғәйенләнгән юлдарҙа ғына йөрөргә тейеш. Уларға юлдың уң яғынан түбәндәге осраҡта ғына йөрөү рөхсәт ителә:
* велосипедтың габарит киңлеге, уға таҡҡан йөк бер метрҙан ашһа;
* колонна булып барғанда. Әгәр велосипед юлы, һыҙат юҡ икән йәки унан үтерлек булмаһа, юлдың уң яғы буйлап бер рәттә генә барырға ярай.
Тротуарҙан түбәндәге осраҡта йөрөргә мөмкин:
* велосипедлылар өсөн махсус юлдар, айырым һыҙат юҡ икән йәки унан йөрөү мөмкинлеге булмаһа;
* ете йәшкә тиклемге баланы велосипедта өҫтәмә ултырғыста, велосипед йәки мопед өсөн тәғәйенләнгән велоколяскала йәки тағылма арбала. 7 йәштән 14 йәшкә тиклемгеләргә бары тротуарҙа, йәйәү йәки велосипед менән йөрөй торған урындарҙа рөхсәт ителә. Юлдың уң яғы буйлап велосипедта йөрөүселәр бер рәт кенә булып хәрәкәт итергә тейеш. Габарит киңлеге 0.75 метрҙан артҡан осраҡта, колонналар хәрәкәте ике рәттә рөхсәт ителә.
Велосипед, мопед йөрөтөүселәргә тыйыла:
* рулгә тотонмаған килеш йөрөү;
* оҙонлоғо ярты метрҙан ашыу сығып торған йәки башҡаларға мәшәҡәт тыуҙырған киң йөк ташыу;
* кеше ултыртып йөрөү (әгәр тыйылған булһа);
* махсус урыны булмағанда ете йәшкә тиклемге баланы ултыртыу;
* бер нисә һыҙат йәки трамвай юлы аша һулға йәки кирегә һәм боролоп сығыу;
* мотошлемды ҡаптырмаған килеш (мопед йөрөтөүселәр өсөн) барыу.
Мопедты йәки велосипедты тағып йөрөтөү ҡәтғи тыйыла.
Ҡараңғыла башҡа транспорт сараларына алыҫтан күренеп торһон өсөн велосипедҡа йәки мопедҡа яҡтыртыусы әйберҙәр беркетеү тәҡдим ителә. Каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ. Уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Балағыҙҙы кескәй саҡтан юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтегеҙ.
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.