Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Июнь 2020, 11:00

Эш эҙләһәң, мәшғүллек үҙәгенә кил

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһенән:“Эшһеҙлек мәьәләләрен хәл итәбеҙ. Яңы эш урындары булдырабыҙ... Үҙҙәренең кадрҙарына яҡшы мөнәсәбәттә булған, эшкә урынлашыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырған бөтә эш биреүселәргә ихлас рәхмәтемде әйтергә теләйем...”

2019 йылда урындағы халыҡ мәшғүллек үҙәгенә 520 кеше (2018 йыл менән сағыштырғанда 26 кешегә күберәк) мөрәжәғәт итте. Уларҙың 371-е (+76) эшһеҙ тип танылды. Эшһеҙлек буйынса теркәлеүселәр 1,1 процент кимәлдә булды, 2018 йылда иһә ул 1,13 процент ине.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата эшһеҙлек буйынса иҫәпкә тороусылар һаны 102-не тәшкил итте, йәғни алдағы йылдың ошо мәлендә теркәлеүселәрҙән 3 кешегә кәмерәк. Былтыр 529 граждан иҫәптән төшөрөлдө, шуларҙың 297-һе эшкә урынлаштырылды: 48 һөнәри әҙерлек алыуға ебәрелде, 1-әүһе алдан пенсия юллауға иреште, 18/4-е башҡа сәбәптәр нигеҙендә иҫәптән алынды. 2019 йылда мәшғүллек үҙәге ярҙамы менән 297 райондашыбыҙ эшкә урынлашты, был бөтә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 57,1 проценты тигән һүҙ.
Сәләмәтлектәре сикләнгәндәр ҙә үҙҙәренә ҡулай эш эҙләй. Былтыр ошо категорияға ҡараған 26 (2018 йылдан 8-гә күберәк) граждан мәшғүллек үҙәгенә килеп ярҙам һораны. Уларҙың 3-әүһе слесарь, кондитер, бухгалтер һөнәрҙәренә уҡырға юллама алды. Шулай итеп эшкә урынлаштырылған инвалидтар 46,1 процентҡа (12 кеше) етте. Сәләмәтлектәре яғынан сикләнгәндәрҙе хеҙмәт менән тәьмин итеү өсөн “Архангел” туҡланыу комбинаты өҫтәмә эш урындары булдырыуға субсидия алды.
Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған граждандар йәмәғәт эштәренә лә ҡушыла. Ошо йәһәттән былтыр ойошмалар һәм предприятиелар менән 15 килешеү төҙөлдө. Үҙҙәре өсөн уңайлы тип тапҡан хеҙмәт төрөнә 57 кеше йәлеп ителде. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуҙың уртаса оҙайлығы 0,7 ай (дөйөм алғанда 70882 һумлыҡ).
Бынан тыш, мәшғүллек үҙәге ярҙамында ваҡытлыса эшкә урынлашырға, стажировка үтергә, һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Үткән йылда 14 –тән 18 йәшкә тиклемге балиғ булмаған 140 үҫмер уҡыуҙан буш мәлдә ваҡытлыса эштәрҙә шөғөлләнде. Ошо юҫыҡта 1-се һәм 2-се Архангел, Ырныҡшы, Оҙондар, Максим Горький мәктәптәре, Ауырғазы киң профилле колледжы менән дөйөм суммаһы 105 182 һумлыҡ алты килешеү төҙөлдө. Һөнәри белем биреү учреждениеларының сығарылыш уҡыусыларына стажировка үтеүҙе ойоштороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында “Иванов”, “Пискунов” шәхси эшҡыуарлыҡтарына дүрт студент ебәрелде. Үҙәк тарафынан 48 эшһеҙ хеҙмәт баҙарында талап ителгән төрлө йүнәлештәге һөнәрҙәрҙе үҙләштереү йәһәтенән белем алды.
Николай Мещеряков,
халыҡ мәшғүллек үҙәге начальнигы.
Читайте нас: