Уның маҡсаты Федераль закон тәьҫире аҫтына формаль рәүештә эләккән элек хөкөм ителеүселәрҙе асыҡлаға һәм уларҙы административ күҙәтеүгә (билдәләнгән осраҡта) ҡуйыу, был эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен ойоштороуға, шулай уҡ хөкөм ителгәндәр һәм административ күҙәтеү, шулай уҡ формаль күҙәтеү аҫтына алынғандарҙың енәйәт юлына баҫмауын һәм хоҡуҡ боҙмауын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ күҙәтеүҙәгеләрҙең суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәүен, Федераль законда ҡаралған бурыстарҙан тайпылмауын тәьмин итеү буйынса даими тикшереүҙәр башҡарыласаҡ. Йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыусыларға, енси ирекһеҙләү һәм балиғ булмағандарҙың енси иркенә бәйле ауыр енәйәттәр ҡылыусыларға, ҡурҡыныс енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәргә айырыуса иғтибар биреләсәк.