Инйәр
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Общие статьи
15 Май 2020, 07:00
Белешмәләр тапшырғанда яңы талаптар
2020 йылдың 1 ғинуарынан персоналләштерелгән иҫәп тураһындағы РФ Хеҙмәт кодексының һәм Федераль закондың яңы редакцияһы үҙ көсөнә инде.
Был РФ Кодексының хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләрҙе электрон рәүештә биреү бүлегенә индерелгән үҙгәрештәргә ҡағыла. Ошоға ярашлы хәҙер эш биреүселәр страховкаланыусыларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында белешмәләрҙе СЗВ-ТД формаһында Пенсия фондына электрон тәртиптә тапшырырға бурыслы. Форманы тултырыу тәртибе Рәсәй Пенсия фонды ҡарары нигеҙендә раҫланған.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 31 декабренә тиклем страховкалаусылар тарафынан эшселәренең хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы белешмәләрҙе биреү тәртибе һәм мөҙәтен билдәләү хоҡуғы бар. Бындай ҡағиҙәләрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында ағымдағы йылдың 26 апрелендә ҡарар ҡабул ителде. Уға ярашлы хеҙмәткәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәргә бәйле (икенсе вазифаға күсереү, эштән китеү осрағында) мәғлүмәтте электрон ысулда иҫәп-хисап яһау арауығында килгән айҙың 15-енә тиклем бирергә кәрәк. Эшкә алған йәки эштән бушатҡанда белешмәләр етәксенең бойороғо сыҡҡандан икенсе көндә тапшырыла.
Бөтә һорауҙар буйынса урындағы Пенсия фонды идаралығына (телефоны 8(34774)2-17-74 ) мөрәжәғәт итергә була.
Александр Комзалов,
пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"