Инйәр
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2020, 12:05

Мәңге рәхмәтлебеҙ һеҙгә, яугирҙар!

Тыныс атҡан иртәләр, аяҙ күк йөҙө, азатлыҡ һәм яҡты киләсәк. Тормошобоҙҙағы ошо төшөнсәләр өсөн кемдәргә рәхмәтлебеҙ?

Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ тыныслығы, азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай алыш­ҡан яугир-һалдаттарға. Беҙ яугир-ветерандарҙы күреп, улар­ҙың хәтирәләрен үҙҙәренән ишетеүсе быуын булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында районыбыҙҙан 9415 кеше фронтҡа оҙатылды, шуларҙың 4709-ы яу яландарында ятып ҡалды, йәғни һуғышҡа киткән һәр икенсе һалдат ҡына өйөнә иҫән ҡайта. Ауылдарҙа ҡайғы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Ҡайһы берҙәренән фронтҡа киткән өсәр, дүртәр кеше дошман ҡулынан һәләк була. Күптәре имгәнеп, сирле булып ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанлығы мәңге хәтерҙә һаҡланыр. Бөгөн район биләмәһендә алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм бер Ленинград блокадаһын үткәреүсе йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл һуғыш шаһиттарының сафы һирәгәйә.
Архангел ауыл советы
Ащеулов Петр Гаврилович, 1927 йылғы;
Жаворонков Михаил Александрович, 1927 йылғы;
Киселев Николай Александрович, 1920 йылғы
Богданов Виктор Александрович (Ленинград блокадаһы), 1930 йылғы.
Тәүәкәс ауыл советы
Юлбарисов Ғәйфулла Айытбай улы, 1926 йылғы;
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: