Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы иҫегеҙгә төшөрә: ғәмәлдәге Ҡануниәткә ярашлы, ҡорал һаҡлау хоҡуғына рөхсәт биш йылға бирелә. Шулай уҡ был ваҡытты оҙайтыу өсөн ҡорал эйәһе йәшәгән урыны буйынса лицензия биреү бүлегенә рөхсәт мәле бөтөүҙән бер ай элек мөрәжәғәт итергә тейеш. Кире осраҡта граждан административ яуаплылыҡҡа (ҡоралын алдырмайынса ғына) тарттырыласаҡ. Ә инде ҡорал эйәһенең рөхсәт ваҡыты үтһә һәм ул уны оҙайтыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрмәһә, был саҡта уға административ яуаплылыҡтан тыш, ҡоралынан ҡолаҡ ҡағырға тура киләсәк.