Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 13:10

Һөнәри килемгә һалым

Һөнәри табышҡа һалым — махсус һалым режимы.

2020 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда “Һөнәри килемгә һалым” махсус яңы һалым режимы эшләй башланы. Ул нимәнән ғибәрәт? Һөнәри табышҡа һалым — өҫтәмә һалым түгел, ә махсус һалым режимы. Уға республика территорияһында эшләүсе физик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар ирекле рәүештә күсә ала.
Был осраҡта шәхси эшҡыуарҙарға һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһынан, берҙәм ауыл хужалығы һалымынан, табышҡа берҙәм һалым түләүенән, һалым һалыуҙың патентлы системаһы кеүек махсус режимдарҙан баш тартырға тура киләсәк.
Һөнәри табышҡа һалым түләүселәр, тауар алып һатыу, акцизлы һәм маркировкалы тауарҙарҙы һатыу, файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм һатыуҙан тыш, эшҡыуарлыҡтың теләһә ниндәй төрө менән шөғөлләнә ала. Уларға ялланған хеҙмәткәрҙәр тоторға ярамай. Шулай уҡ үҙҙәре лә хеҙмәт килешеүе буйынса ниндәйҙер ойошмала эшләргә тейеш түгел.
Был төр һалым һалынған эшмәкәрлектән килгән табыш 2, 4 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Һалым суммаһы ошолай тип билдәләнә: физик шәхестәр алған керемдәренең — 4 процентын, шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар иһә 6 процентын күсерә.
Шуныһы мөһим: уларға һалым органдарына барып йөрөү кәрәкмәй. Рәсми теркәлеүҙән алып бюджетҡа һалым түләүгә тиклем “Минең һалым” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.
Һалым түләүсенең контроль – касса ҡулланыу һәм иҫәп-хисап биреү бурысы юҡ. Халыҡҡа киң күләмле мәғлүмәт еткереү, ошо йүнәлештә бөтөн яҡтан ярҙам күрһәтеү маҡсатында, БР һалым органдары һөнәри килем һалымына ҡағылышлы һорауҙар буйынса “асыҡ кластар” ойоштора. Был йәһәттәге саралар йыл буйына дауам итәсәк. “Асыҡ кластар” лекция һәм ғәмәли өлөштән тора. Улар барышында һалым инспекторҙары смартфон һәм гаджеттарға “Минең һалым” ҡушымтаһын урынлаштырыу буйынса тәжрибәле ярҙам күрһәтә, уның эше менән таныштыра, тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.
Яңы һалым режимы Башҡортостан халҡында ныҡ ҡына ҡыҙыҡһыныу уята. Ағымдағы йылдың тәүге айында ғына һөнәри килемгә һалым түләүселәр сифатында 4135 кеше теркәлгән.
Юғарыла әйтелгәндәр буйынса тулы мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында (npd.nalog.ru) табырға мөмкин. Консультация ярҙамын шулай уҡ 8-800-222-22-22 һәм 8(347) 226-38-00 телефондарына шылтыратып алырға була.
Юлдаш Япаров,
30-сы район-ара һалым инспекцияһының өлкән белгесе.
Читайте нас: