Инйәр
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 12:00

Эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуғы яҡланды

Район прокуратураһы закон талаптарының күҙәтелеүен тикшерҙе.

Район прокуратураһы “Рассвет” ЯСЙ-һы эшселәренең закон талаптары боҙолоу тураһындағы коллектив мөрәжәғәтен тикшерҙе.
Билдәләнеүенсә, хеҙмәт законы талаптарын һанға һуҡмай, етештереү мөхитенең һәм хеҙмәт процесының зарарлы йәки ҡурҡыныс янаусы факторҙарын асыҡлау, эшселәргә уның тәҫир итеү кимәлен баһалау маҡсатында етәксе тарафынан хеҙмәт шарттарын махсус баһалау сараһы уҙғарылмаған.
Тикшереү барышында шулай уҡ предприятиеның 9 эшсегә хеҙмәт хаҡы түләү ваҡытын боҙоуы күренде.Билдәләнгән закон боҙоуҙарға бәйле прокуратура юридик шәхескә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асты. Тикшереү материалдарын ҡарау һөҙөмтәһендә юридик шәхес дөйөм суммаһы 90 мең һумлыҡ штраф рәүешендә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Бынан тыш, асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында предприятие директорына белдереү яһалды: уны ҡарағандан һуң, был кешегә дисциплинар яуаплылыҡ билдәләнде. Закон боҙоуҙарҙың ысынбарлыҡта бөтөрөлөүе прокуратура күҙәтеүенә алынды.
*
Талаптарҙың бер өлөшө ҡәнәғәтләндерелде
Архангелдәге мәғариф учреждениелары янында светофорҙар ҡуйылды
Район прокуратураһы мәғариф учреждениеларына яҡын урындарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында закон талаптарының күҙәтелеүен тикшерҙе. Уның барышында, белем биреү усаҡтары янындағы юлдарҙың йәйәүлеләр өсөн көйләнмәгән урындарында Т7 тибындағы янып-һүнеүсе һары светофорҙарҙың юҡлығы асыҡланды. ЮХХДИ вәкилдәре тарафынан элек үк кеше юл аша сыҡҡан урындарға ошондай светофор ҡуйыу мәсьәләһе күтәрелгәйне, әммә был йүнәлештә саралар күрелмәне.
Район прокуратураһы асыҡланған закон боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙе суд тәртибендә талап итте. Эште тикшереү сиктәрендә район хакимиәте һәм Архангел ауыл советы күҙәтеү органы талаптарының бер өлөшөн ирекле рәүештә ҡәнәғәтләндерҙе. Ленин һәм Совет урамдарындағы йәйәүлеләр юл аша сыҡҡан урындарға янып-һүнеүсе светофорҙар ҡуйылды. Ҡалған мәғариф учреждениелары янына Т7 тибындағы светофорҙар урынлаштырыу хаҡында дәғүә ғаризалары БР Ҡырмыҫҡалы район – ара судында ҡаралыу өҫтөндә.
Раджив Ғайсин,
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: