Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 14:00

Ғаризаларҙы дәүләт хеҙмәттәре аша

Короновирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, Архангел районындағы Рәсәй Эске эштәр бүлегенең миграция пунктында ғаризаларҙы Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша тапшырғанда, граждандарҙы ҡабул итеүҙәр алдан яҙылыу буйынса ҡәтғи билдәләнгән датала һәм ваҡытта башҡарыла.

Виза талап ителмәгән тәртиптә Рәсәй Федерацияһы территорияһына килгән сит ил граждандары мөрәжәғәт иткәндә, шул иҫәптән айырым категорияға ҡараған граждандар өсөн визаһыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы сәйәхәттәр тураһында РФ халыҡ-ара килешеүҙәренә ярашлы, шулай уҡ был граждандарҙың ваҡытлыса килеү ваҡыты тамамланған осраҡта, ғаризалары нигеҙендә уларҙың РФ территорияһында булыу рөхсәтен 90 көнгә ҡәҙәр оҙайтыу ҡарары ҡабул ителә.
Ваҡытлыса йәшәүгә йәиһә йәшәү урынына рөхсәт ваҡыты үткән осраҡта ла, шулай уҡ ғариза нигеҙендә был ваҡыт арауығын 90 көнгә тиклем оҙайтыу ҡарары буласаҡ.
Дәүләт хеҙмәттәре алғанда мөрәжәғәт итеүселәр теркәп ҡуйыла, дәүләт хеҙмәттәренең бик кәрәклеген һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау сараларын күҙәтеү талаптары менән танышыуҙары хаҡында яҙма рәүештә аңлата.
Хөрмәтле граждандар, шәхси һаҡланыу сараларын (маскалар, перчаткалар) ҡулланыуығыҙҙы, бер-берегеҙҙән 2 метрҙан кәм булмаған арауыҡты күҙәтеүегеҙҙе һорайбыҙ!
Венер Фәттәхов,
Архангел районы буйынса полиция бүлегенең миграция пункты начальнигы.
Читайте нас: