Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Апрель 2020, 12:14

3,727 квадрат метрға арттырыу планлаштырыла

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты

2024 йылға Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен йылына 3,727 квадрат метрға арттырыу планлаштырыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһындағы торлаҡ” төбәк проектының маҡсаты шул. Был документҡа ярашлы, ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау һәм кешеләрҙе авария хәлендәге йорттарҙан күсереү ҙә ҡаралған. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо проекттың үтәлеше мәсьәләһе тикшерелде.

Дәртләндерергә, ҡыҙыҡһындырырға

– Стандарт торлаҡ төҙөлөшөн дәртлән­дерәсәкбеҙ, үҫешкән инженерлыҡ һәм социаль селтәре булған майҙансыҡтар әҙерләйәсәкбеҙ, норматив-хоҡуҡи базаны камиллаштырасаҡбыҙ, ә төҙөлөш ойошмаларына ҡарата административ баҫым кәмейәсәк, ипотека хаҡы төшәсәк, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмәләрҙең береһендә. – Беҙҙә торлаҡ төҙөү тупланмаһы системаһын ғәмәлгә индереү буйынса һәйбәт тәжрибә бар. Быны ҡулланған өсөн ипотека ставкаһын 6-7 процент итеүгә өлгәшкәйнек, артабан 5-5,5 процентҡа ҡалдырырға планлаштырабыҙ. Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү, уңайлы ҡала мөхитен үҫтереү механизмы булдырыу, граждандарҙың был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашыуына өлгәшеү, халыҡтың ошо өлөшөн 30 процентҡаса еткереү торлаҡ шарттарын һәм тормоштоң сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ ҡыласаҡ.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан торлаҡ төҙөп тапшырыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш тиҙлеген артабан шәбәйтеү маҡсатында республикала тотош саралар комплексы планлаш­тырылған.

Маҡсаттар алға әйҙәй

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проек­тының төп маҡсаттары түбәндәгесә:
1) урта хәлле ғаиләләрҙе хаҡы юғары булмаған торлаҡ менән тәьмин итеү, шул иҫәптән ставкаһы һигеҙ проценттан ашмаған ипотека кредитынан файҙаланып торлаҡ һатып алыу (төҙөү) мөмкинлеге биреү;

2) торлаҡ төҙөү күләмен Рәсәй буйынса йылына 120 миллион квадрат метрға саҡлы арттырырға;

3) төҙөлөш тармағын яңыртыу һәм сифатын яҡшыртыу, шул иҫәптән – иҫкергән технологиялар ҡулланыуҙы тыйыу, стандарт торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы механизмын камиллаштырыу;

4) төҙөлөш ойошмаларына ҡарата административ баҫымды кәметеү, торлаҡ төҙөлөшө тармағындағы норматив-хоҡуҡи базаны заманға яраҡлаштырыу;

5) ҙур күләмдә торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән ер майҙанын файҙаланыуҙы йоғонтолораҡ итеү, экологик, тарихи-мәҙәни, һауыҡтырыу һәм башҡа маҡсаттарҙа файҙаланылған ерҙе һаҡлау;

6) федераль власть органдары һәм ил төбәктәренең башҡарма власть органдарының граждандарға торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итеү маҡсатында башҡарырға тейешле сараларын тормошҡа ашырыу;

7) төҙөлөш һәм ҡала хужалығы өлкә­һендәге урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү, шулай уҡ архитектура белгестәренең белемен камиллаштырыу программаһын үтәү;

8) уңайлы ҡала мөхитен үҫтереү, ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү механизмын булдырыу;

9) граждандарҙы йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ фондынан күсереү механизмын булдырыу, был осраҡта уларҙың Рәсәй ҡануниәте билдәләгән торлаҡ хоҡуҡтарының боҙолоуына юл ҡуймау.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты төбәктәрҙең теләген һәм уларҙың ҡала төҙөлөшө үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Рәсәйҙең 37 төбәге был доку­ментҡа үҙ тәҡдимдәрен индергән.

Төп күрһәткестәр – контролдә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитетындағы әлеге ултырышта рес­публиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин сығыш яһаны. Уның бел­дереүенсә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының тейешле күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн өс төбәк проекты раҫланған.

– Улар “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ”, “Йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ фон­дының тотороҡло кәмей барыуын тәьмин итеү”, “Башҡортостан Республикаһында ипотека” проекттарынан тора, – тине рәйес урынбаҫары. – Төп маҡсат күрһәткестәре итеп шуларҙы алдыҡ: Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләменең артыуы, торлаҡ төҙөлөшө программаларын дәртләндереү саралары сиктәрендә торлаҡ төҙөү, граж­дандарҙың айырым категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү концепцияһы сиктәрендә торлаҡ төҙөү, төҙөлөш стадияһында булған күп фатирлы йорттар күләме, 161-се Федераль закон сиктәрендә әйләнешкә инде­релгән ер майҙаны күләме. Уларҙың тәүге икәүһен Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы билдәләне. Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса был министрлыҡ менән килешеү ҙә төҙөлдө. Ҡалған өсәүһен Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты үҙаллы булдырҙы. Уларға өлгәшеү һәм был йүнәлештә күрелгән сараларҙың барыһы ла торлаҡ төҙөп тапшырыу буйынса төп күрһәткескә тура йоғонто яһаясаҡ.

Билдәләнгәнгә өлгәшеү еңел түгел

– Төбәк проектын тормошҡа ашырыу башланғанда уҡ беҙҙең дәүләт комитеты билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп булмау мөмкинлеген күҙаллағайны, – тине Евгений Родин. – Проектты финанслауҙың дөйөм күләме былтыр 649,7 миллион һум тәшкил итте. Шуның 589,5 миллион һумы федераль ҡаҙнанан ебәрелде. Бюджет сығымдарының касса үтәлеше йыллыҡ планға ҡарата 93 процент тәшкил итте. Билдәләнгән күрһәт­кестәргә өлгәшергә ҡамасаулаған шарттар түбәндәгесә: инженер селтәрҙәре төҙөүгә финанслау күләменең кәмеүе, инвестиция әүҙемлегенең һүлпәнәйеүе, үҫешкән инже­нерлыҡ селтәре булған буш ер биләмәләре юҡлығы. Һөҙөмтәлә министрлыҡ билдә­ләнгән маҡсаттарға ирешеү мөмкинлеген ҡайтанан ҡарап сыҡты. Һәм ил төбәктәре буйынса улар төҙәтеү, нигеҙҙә, күләмде кәметеү яғына үҙгәртелде.

Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары раҫлауынса, төбәк проекты буйынса аҡса тейешле муниципалитеттарға еткерелгән, төҙөлөш-монтаж эштәре буйынса муниципаль килешеүҙәр барлыҡ объекттар буйынса ла бар.

Һәр кемдең хәленән килһен

Торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә торлаҡ төҙөү тупланмаһы программаһы ҙур ярҙам булып тора, ипотека буйынса торлаҡ алғандарға уның өсөн ставка күрһәткесен 5-5,5 процентҡаса төшөрөүгә тап ошо программа мөмкинлек бирә лә инде.
Уның асылы түбәндәгесә: тәүге өс-алты йыл эсендә граждандар банк-партнерҙағы махсус иҫәптә беренсе иғәнә өсөн тейешле сумманы туплай. Был осраҡта улар үҙ иҫә­бенә айлыҡ туплау иғәнәһенең 30 процентына саҡлы республика субсидияһы күсе­релә. Тәүге иғәнәне туплағас, икенсе этапта программала ҡатнашыусылар торлаҡ һатып ала. Ҡалған сумма йылына 6-7 процент ҡына ставкалы ипотека кредиты ярҙамында түләнә.

– Программа килеме ҙур булмаған һәм баҙар хаҡы буйынса кредитты хеҙмәтлән­дерергә хәленән килмәгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән, – ти Башҡортостан Республи­каһының ипотека-туплау механизмдары һәм программаларын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов. – Айлыҡ иғәнә суммаһы төрлөсә булырға мөмкин, ләкин ул айына өс мең һумдан да кәм була алмай. Иң ҡулай сумма – ун мең һум. Ошоға айлыҡ бюджет премияһын да ҡушығыҙ, айына ун мең һумлыҡ иғәнә түләгән осраҡта ул өс мең һум тәшкил итәсәк һәм һөҙөмтәлә һеҙҙең был сумма ярайһы уҡ ҙур – биш йылға иҫәпләгәндә 780 мең һум буласаҡ. Был – банк проценттарын иҫәпләмәгәндә әле.

Декатов аңлатыуынса, был осраҡта банктың процент ставкаһы символик рә­үештә – йылына 1-2 процент ҡына – ҡуйылған.
Быйыл торлаҡ төҙөлөшө тупланмаһы программаһының яңы этабы башланды. Мәҫәлән, проектты ҡаҙнанан финанслау күләмен 2,2 тапҡырға арттырыу, ә унда ҡатнашыусылар һанын 10-11 мең кешегә еткереү планлаштырыла. 2018 йылда финанслау күләме 106 миллион һум булһа, былтыр ул 235 миллион һум тәшкил итте.

Хәҙер был программаға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандар ғына түгел, ә бөтә кешеләр ҙә ҡушылып китә ала­саҡ. Иң мөһиме – Башҡортостан Хөкү­мәте кредит ойошмалары менән берлектә ипотека ставкаһын йылына 5-5,5 процентҡа тиклем кәметеү юлдарын эҙләй.

Иҫке йорттан – яңыһына

Был милли проект сиктәрендә Баш­ҡорт­остандың 2 500 гражданы ныҡ иҫкергән йәки авария хәлендәге йорттарҙан күсере­ләсәк. 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программа торлаҡҡа мохтаж булған ғаиләләргә 923 фатир биреү мөмкинлеген тыуҙырҙы. Ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум бүленә. Аҡсаның күпселек өлөшөн (1 346,87 миллион һумды) Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фонды бүлә, 27,48 миллион һумды республика бюджеты бирә, тағы ла 274,84 миллион һумды муниципалитеттар тәьмин итәсәк.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында белде­реүҙәренсә, адреслы программаға 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авария хәлендә тип танылған күп ҡатлы йорттар индерелгән. Программаға Өфө, Бәләбәй, Белорет, Дүртөйлө, Күмертау, Яңауыл ҡалалары, шулай уҡ Баҡалы, Оло Ыҡтамаҡ, Үрге Йәркәй, Ҡариҙел, Ҡарман, Ҡырмыҫҡалы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылдары һәм ҡасабалары инде. Бындай программа республикала беренсеһе түгел, 2013 – 2017 йылдарҙа тормошҡа ашырылған ошондай уҡ сара һөҙөмтәһендә Башҡортостандың 24,5 мең кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡайны.

Әйткәндәй, граждандарҙы авария хә­лендәге йорттарҙан күсереү маҡсатында 2015 йылдан алып республикала 2015 – 2019 йылдарға иҫәпләнгән Республика адреслы программаһы тормошҡа ашырылды, ул 4 346 кешене дөйөм майҙаны 55,2 мең квадрат метр булған авария хәлендәге 187 йорттан күсереү форсатын бирҙе.

Рәсәй буйынса алғанда, ошо милли проект тормошҡа ашырылған алты йыл эсендә 30 миллион ғаилә авария хәлендәге йорттарҙан уңайлы торлаҡҡа күсерелергә тейеш. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бер триллион һум самаһы аҡса бүленә, шуның 90 процентын федераль ҡаҙна бирә, ҡалғаны муниципалитеттар иңенә ята. Йылына кәмендә биш миллион квадрат метр авария хәлендәге йортто бушатыуҙы планлаштыралар.

Халыҡҡа уңайлы шарттар кәрәк

Беҙ йәшәгән тирә-яҡ мөхиттең ниндәй бу­лыуы торлаҡ шарттары кеүек үк мөһим. Төҙөкләндерелгән ихаталар һәм урамдар, үҫешкән инфраструктура – тулы ҡанлы әү­ҙем тормоштоң айырып алғыһыҙ өлөштәре. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонт­лауҙы үҙ эсенә алған “Ҡала мөхите” проекты ла тормошҡа ашырыла. Былтыр ғына ла 400-ҙән ашыу ихата төҙөкләндерелде, ә 2024 йылға ундай ихаталар һаны өс меңгә етәсәк. Проект буйынса мотлаҡ башҡары­лырға тейешле эштәр исемлеге лә билдәле: хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙан­сығы, спорт майҙансығы, сүп-сар кон­тей­нерҙары урыны, йәшелләндереү, автомо­билдәр өсөн туҡталҡа, мәғлүмәт стенды, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү.

Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға килгәндә, был программа ла 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ремонтҡа мохтаж булған 26 мең подъезды күҙ уңында тота. Былтыр шуның дүрт меңендә эш тулыһынса тамамланды.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында шуны билдәләй­ҙәр: һәр подъезда ниндәй эштәр башҡа­рылырға тейешлеген ошо йортта йәшәгән халыҡ хәл итә, сифатты шулай уҡ улар араһынан һайлап ҡуйылған вәкил күҙәтә.
Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, мөмкинлек булғанда, подъездарҙы ремонт­лауҙы ихатаны төҙөкләндереү менән аралаштырып алып барыу кәрәклеген бил­дәләгәйне.

– Был эш барлыҡ муниципалитеттарҙа ла бара, – тине ул. – Аҡса бүленгән, ки­лешеүҙәр төҙөлгән. Йәмәғәтселек кон­троленең эштең сифатын даими күҙәтеп барыуына өлгәшергә кәрәк.

Был мәсьәлә элеккесә ҡырҡыу

Алданған өлөшсөләр проблемаһы һаман да ҡырҡыу булыуын дауам итә. Торлаҡ төҙөлөшө тураһында һүҙ алып барғанда, был мәсьәләне бер нисек тә урап үтеп булмай. Уны хәл итеүгә республикала даими иғтибар бүленә, проблема Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә лә йыш ҡарала.

Төҙөлөш ойошмалары менән өлөшсө­ләрҙең осрашыуҙары ла даими ойошторола, уларҙа аҡсаһын буласаҡ йорт өсөн биргән кешеләр объекттың әҙерлек кимәле тура­һында тулы мәғлүмәт ала. “Төҙөлөш сәғәте” ҡарарҙарынан һуң яңы төҙөлөш ойошмалары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, Өфөләге “Миловка паркы”, “Көмөш шишмә”, “Яңы Булгаков” биҫтәләрендә, “Интеграл” акционерҙар йәмғиәтенең Өфөләге һәм Нефтекамалағы, “Базис” йәмғиәтенең Ҡырмыҫҡалылағы проблемалы объекттарында эш йәнләнә төштө.

– Алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү тотош илгә генә түгел, ә байтаҡ дәрәжәлә төбәктәргә лә йөкмәтелә, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин “тура бәйләнеш”тәрҙең береһендә. – Тимәк, беренсенән, барлыҡ өлөшсөләрҙе лә эҙләп табырға, уларҙың ҡайҙа өлөшсө икәнлеген, кемдең нисек зыян күргәнен асыҡларға кәрәк. Тимәк, был эште кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин иткән һымаҡ уҡ алып барыу талап ителә. Беҙ был эшкә тейешле ресурстарҙы йүнәлтәсәкбеҙ.

Ынтылышҡа урын һәр саҡ бар

Былтыр республикала барлыҡ төр финанс сығанаҡтары иҫәбенә 2,37 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Йыл барышында күләм үҫеше 3,7 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса был уртаса күрһәткес биш процентҡа етте. Торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында тәүге ун субъект иҫәбенә инһә лә, милли проект күрһәткесе 86,8 процентҡа ғына үтәлде.

– Тәүге ике төбәк проекты – “Баш­ҡортостан Республикаһында йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметә барыу” һәм “Башҡортостан Республи­каһында ипотека” – буйынса билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәштек, – тине республика­ның Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин Хөкүмәттә күптән түгел уҙғарылған коллегияла. – “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” төбәк проекты буйынса торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу төп күрһәткес булып тора, әммә беҙ уның үтәлешен тулы кимәленә еткерә алманыҡ.

Төҙөлөш тармағы етәксеһе маҡсат күрһәткесенә өлгәшеү өсөн төп ҡаршылыҡ тип төбәк өсөн артыҡ ҙур план билдәләүҙе һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн билдәләнгән урындарҙа инженерлыҡ инфраструктураһын ҡаҙнанан финанслауҙың кәметелеүен атаны. Эксперттар шулай уҡ халыҡтың һатып алыу һәләтенең кәмеүен, өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп итеү шарттарының ҡәтғиләнеүен (эскроу-иҫәп һәм башҡалар) билдәләй.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов коллегия ултырышында: “Торлаҡ төҙөп тапшырыу буйынса план күрһәткестәрен Рәсәй Президенты үҙе билдәләне, уларҙы бер кем дә үҙгәртергә хаҡлы түгел”, – тине. Вице-премьер билдәләүенсә, республиканың төҙөлөш тармағының былтырғы эшенә ыңғай һөҙөмтә бирергә кәрәк, әммә милли проект күрһәткестәрен үтәү мотлаҡ.

– Күрһәткестәргә өлгәшеп булмаясағы тураһындағы бер ниндәй аҡланыуҙы ла ҡабул итмәйәсәкбеҙ – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Республика етәксеһе торлаҡ төҙөп тапшырыуҙы милли проекттар сиктәрендә тәьмин итергә ҡушты. Муниципалитет башлыҡтары, Торлаҡ төҙөлөшө фонды, инвестиция-төҙөлөш комитеты бының өсөн шәхсән яуаплы буласаҡ.
Вице-премьер ҙур төҙөлөш ойошмаларына (“Өсөнсө төҙөлөш тресы”, “Беренсе трест”, Эре панелле йорттар төҙөү компанияларына) 2024 йылға саҡлы йорттар төҙөп тапшырыу планына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим етте һәм Хөкүмәт яғынан ярҙам күрһәтеләсәге тураһында әйтте.

Әлеге 2,37 миллион квадрат метрҙың 1,39 миллион квадрат метрын республика халҡы үҙ көсө менән төҙөгән, был иһә алдағы йыл күләменән ике процентҡа аҙыраҡ. Подряд ысулы, йәғни төҙөлөш ойошмалары төҙөгәне, киреһенсә, артты, йәғни алдағы йыл менән сағыштырғанда, 111 процент тәшкил итте. Был тармаҡта иң алдынғылары – Өфө (583 мең квадрат метр) һәм Өфө районы (133 мең квадрат метр).

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының тормошҡа ашырылыуына Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев та юғары баһа биргәйне. Республикаға эш сәфәре мәлендә ул, Өфөлә һәм Нефтекамалағы объекттар менән танышып, программаның уңышлы эшләүен билдәләне. Нефтекамала булып ҡайтҡас, Рәсәйҙең торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү буйынса стратегик сессияла:
– Беҙ Радий Фәрит улы менән бергә был ҡалала ошо мәсьәләнең комплекслы хәл итеүен ҡараныҡ: капиталь ремонт, ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау. Ошондай комплекслы йүнәлеш – йәшәгән мөхитебеҙҙе үҙгәртеүгә бөтөнләй яңы ҡараш, – тигәйне.
Читайте нас: