Инйәр
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2020, 13:10

Эшселәр тураһында мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәттәре аша

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Башлығы указдарына бәйле, үҙгәрештәр индерелде.

Был мөрәжәғәт республикалағы ойошмалар етәкселәренә, йәғни эш биреүселәргә исемләнә.
Хәҙер күп кенә хеҙмәткәрҙәр ситтән тороп эшләй. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр эшкә йөрөргә мәжбүр. "Рәсәйҙә эш" ("Работа в России”) порталы эш биреүселәрҙән ошо юҫыҡта мәғлүмәт туплай. Уларға ашығыс рәүештә “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлеп, үҙ хеҙмәткәрҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә кәрәк. Һәм был бик мөһим!
Бының өсөн түбәндәгеләрҙе башҡарыу талап ителә:
  1. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлергә һәм идентификация һәм аутентификацияның берҙәм системаһында (артабан ЕСИА) раҫлау үтергә;
  2. “Рәсәйҙә эш” порталында Шәхси кабинет булдырырға;
    • ЕСИА аша теркәлеү өсөн “Рәсәйҙә эш” порталының баш битендә уң яҡ өҫтәге мөйөштә “Инергә” ссылкаһына баҫырға. “Эш биреүселәр өсөн инеү” битендә “ЕСИА аша инергә” тигәнгә баҫырға.
    • Артабан ЕСИА-ла авторизация үтеү формаһы асыла. Үҙегеҙҙең электрон почтағыҙҙы һәм паролегеҙҙе ҡулланып инегеҙ. “Рәсәйҙә эш” порталында теркәргә йыйынған ойошманы “Войти как” формаһында һайлағыҙ.
    • Ойошманы һайлағандан һуң “Организацияны теркәү” формаһы асыла. Әгәр ОГРН-ы ЕСИА-ла күрһәтлгән юридик шәхес порталда теркәлгән икән, система теркәлгән кампанияға ҡушылырға тәҡдим яһай. Үҙегеҙ ҡушылырға теләгән ойошма күрһәтелгән пунктты һайлағыҙ.
    • Кампанияға ҡушылырға теләгән ролде һайлағыҙ: “Владелец” роле тәҡдим ителәсәк. “Администратор” роле “Менеджер”ҙан башҡа ҡулланыусыларҙың иҫәп яҙыуҙарына идара итеү буйынса өҫтәлмә хоҡуҡтар булыуы менән айырыла.
    • Кампанияны теркәү ысулын һайлағандан һуң һәм “Сохранить”ҡа баҫҡас, ҡулланыусы эш биреүсенең шәхси кабинетына инә ала.
    • Ә унда ингәндән һуң “Мәшғүллектең оператив мониторингы” тигәнде яңылыҡтар таҫмаһында табырға һәм эшселәр хаҡында мәғлүмәт биреү өсөн Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле белешмәләр йыйыу онлайн-формаһын тултырыу мөһим. Был эштең эҙмә-эҙлелеге инструкцияла күрһәтелгән. Мәғлүмәтте белешмәләр үҙгәргән һайын тапшырыу зарур.
      Эш биреүсенең “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлеүе буйынса һорауҙар менән ҡыҙыу бәйләнеш телефоны 8(800) 100-70-10 номерына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
      ЕСИА-ның раҫланған иҫәп яҙыуы булмағанда эш биреүсе эшселәре тураһында мәғлүмәтте үҙ аллы ебәрә алмаясаҡ. Был осраҡта:
      1. “Рәсәйҙә эш” порталында теркәлергә. Бының өсөн баш биттең уң яҡтағы өҫкө мөйөшөндә “Инергә” ссылкаһы буйынса инергә һәм “Теркәлергә” ( порталда Шәхси кабинеттың булыуы мөһим).
      2. “Ойошманы ликвидациялау йәки кеше һанының кәмеүенә, шулай уҡ тулы булмаған мәшғүллеккә бәйле эшселәрҙе эштән бушатыу тураһында белешмәләр” мониторингы формаһы буйынса эшселәр хаҡында белешмәләрҙе айырым тултырырға һәм был форманы эш биреүсенең теркәлгән урыны буйынса халыҡтың мәшғүллек үҙәгенә (филиалына, бүлегенә) ебәрергә. Халыҡтың мәшғүллек үҙәктәре (филиалдары, бүлектәре) телефондары һәм электрон адрестары БР мәшғүллек хеҙмәте порталының “Мәшғүллек хеҙмәте тураһында”ғы бүлегендә бирелгән.
      3. Семен Дунаев,
        район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
        Вставка:
        Эш буйынса Федераль хеҙмәт тарафынан “Рәсәйҙә эш” Бөтә Рәсәй вакансиялар базаһы ебәрелде. Порталдың адресы: www.trudvsem.ru. Портал граждандарға – эш, ә эш биреүселәргә - хеҙмәткәр табыуҙа ярҙам итеү өсөн тыуҙырылған, бушлай ресурс булып тора. Башҡа порталдарҙан дәүләт хеҙмәткәрҙәре органдары яғынан ярҙам булыуы менән айырыла. Бында көн һайын 2000-дән ашыу яңы вакансиялар һалына. Әлеге мәлдә 1 млн. 500 мең эш урыны тәҡдим ителә, шуларҙың 48 меңе — республика буйынса, эш эҙләүселәрҙең резюмеһы — 900 меңгә яҡын. Шулай уҡ, төрлө проекттар, инфраструктура буйынса мәғлүмәттәр бирелә. Мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн айырым “Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу” бүлеге эшләй. Бында 82 мең тирәһе эш урыны тәҡдим ителә. Шуларҙың 1900-ө — республика буйынса.
        Читайте нас: