Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Апрель 2020, 12:10

Ҡабул итеүҙәргә алдан яҙылығыҙ

Короновирус инфекцияһының таралыу хәүефен кәметеү йәһәтенән Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында һәм клиент хеҙмәттәрендә 30 марттан алып ҡабул итеүҙәр тик алдан яҙылыу буйынса һәм Дәүләт хеҙмәттәре йәки пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет ярҙамында ситтән тороп алып булмаған хеҙмәттәр буйынса ғына башҡарыла.

Клиенттар хеҙмәтенә ҡабул итеүҙәргә электрон ысулды файҙаланып яҙылырға мөмкин. Ул пенсия фонды сайтының бар кешегә лә керергә мөмкин булған асыҡ өлөшөндә бирелгән һәм бының өсөн шәхси кабинетҡа инеү талап ителмәй. Бынан тыш, сайттағы “Төбәк бәйләнештәре” бүлегендә күрһәтелгән идаралыҡтар телефондарына шылтыратып яҙылырға була.
Пенсия фондының күп кенә хеҙмәттәренә бөгөн онлайн ысулда мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әлеге мәлдә фондтың электрон сервистары бөтә эшмәкәрлек йүнәлештәрен һәм һәр төрлө түләүҙәр билдәләүҙе үҙ эсенә алған. Кабинет менән пенсионерҙар ҙа, пенсияларын формалаштырыусылар ҙа, шулай уҡ социаль түләүҙәргә хоҡуҡлылар ҙа ҡуллана. Пенсионерҙар һәм пенсияны юллаусылар шәхси кабинет аша белешмәләр һәм документтар юллай ала. Эшләүсе пенсионерҙар өсөн кабинетта пенсия тупланмалары, коэфициенттары, стаж һәм эш биреүсе тарафынан пенсияға тип күсерелгән аҡса суммаһы тураһында белешмә бирелгән. Әсәлек капиталы сертификаты булған ғаиләләргә тотонолған саралар һәм күпме сумма ҡалғаны хаҡында мәғлүмәт бар.
Кабинет ярҙамында пенсия фонды түләүҙәренең күпселеген юлларға, уларҙы билдәләү барышын күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, пенсияны килтереү ысулын үҙгәртеү йәки социаль хеҙмәттәр тупланмаһын аҡсалата алыуға алыштырыу хаҡында электрон ғариза тапшырыу. Кабинетты файҙаланып пенсионерҙы, инвалид баланы йәиһә бала саҡтан I төркөм инвалидын ҡарау буйынса документтарҙы рәсмиләштерергә була. Түләүҙәр билдәләүгә һәм тәрбиәгә алыу буйынса кәрәкле электрон ғаризалар формаһы шулай уҡ кабинетта бар. Ғаризаны законлы вәкил (ата-әсә, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы, опекун йәки попечитель) исеменән яҙыу мөмкинлектәре лә уйланылған.
Тәғәйенләнгән түләүҙәр һәм пенсия фонды хеҙмәттәренә ҡағылған һорауҙарҙы иһә онлайн-ҡабул итеү аша ебәрергә була.
Урындағы пенсия фонды идаралығына алдан яҙылыу өсөн 8(34774) 2-17-58 номерына шылтыратығыҙ.
Александр Комзалов,
район пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас: