Төҙәтеүҙәр ғәҙәттән тыш хәл режимы арауығында йәки хәүефле ауырыу таралыу ҡурҡынысы тыуғанда, билдәләнгән территорияла сикләү (карантин) саралары индерелгәндә санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн яуаплылыҡҡа ҡағыла.
Атап үтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн граждандарға — 15 меңдән 40 мең һумғаса, вазифа биләүселәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға — 50 меңдән 150 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 150 меңдән 200 мең һумға ҡәҙәр штраф билдәләнгән. Ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға альтернатив яза сифатында 90 көнгә тиклем эшмәкәрлекте административ туҡтатыу ҡаралған. Әгәр был хоҡуҡ боҙоуҙар кешенең сәләмәтлегенә зыян итһә йәиһә үлемгә килтерһә, был осраҡта граждандарға — 150 меңдән 300 мең һумғаса, вазифа биләүселәргә — 300 меңдән 500 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә 500 меңдән 1 миллион һумға ҡәҙәр штраф йә 90 көнгә эшмәкәрлекте административ туҡтатыу янай. Әгәр ғәмәлдә енәйәти сифаттар булмаһа, админитратив яуаплылыҡ билдәләнә.
Ауырыуҙы күпләп таратҡан йәки кешеләрҙе ағыулаған осраҡта РФ Енәйәт Кодексының 236-сы статьяһы нигеҙендә суд хоҡуҡ боҙоусыға 500 меңдән 1 миллион һумға тиклем штраф язаһы билдәләй, шулай уҡ хатта 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүе лә мөмкин.
Әгәр ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙар хаҡһыҙ рәүештә кеше үлеменә килтергән икән, штраф күләме —1 миллиондан 2 миллион һумғаса, ә иректән мәхрүм итеү 5 йылға тиклем буласаҡ. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтерһә, ғәйепләнеүсе 7 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителәсәк.
Федераль закондар 2020 йылдың 1 апреленән ғәмәлгә инде.
район прокуроры вазифаһын башҡарыусы.