Инйәр
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 12:00

Ултырғыс йыһаз ғына түгел

Автомобиль креслоларын дөрөҫ һайлау зарур

Бәләкәй балалар менән шәхси автомобилдә сәйәхәт ҡылғанда, ата-әсәләр ҡайһы бер проблемаларға юлыға. Уларҙың беренсеһе, әлбиттә, кескәйгә нисек уңайлы һәм хәүефһеҙ сәйәхәт тәьмин итергә. Баланы юл буйына ҡулда тотоп барыу бик уңайлы түгел, ә ғәҙәти ҡайыш авария булған осраҡта уны бер нисек тә һаҡлай алмаясаҡ. Тап шуға ла балалар өсөн автомобиль креслоһын уйлап табалар. Әйткәндәй, ул автомобиль өсөн йыһаз ғына түгел, ә балаларға юлда уңайлы йөрөү нигеҙе булып та тора. Шуға ла уны нисек дөрөҫ һайларға кәрәклеген белеү зарур.
“Дөрөҫ” автокреслоның ике яҡтан башты һәм яурындарҙы бәрелеүҙән һаҡлаусыһы ярайһы уҡ ҙур булыуы мөһим. Ул шулай уҡ бәрелешкәндә быяла ватыҡтарынан да ышыҡлаясаҡ. Яурын ҡайыштары муйындарға ҡамасауламай, яурында ғына ятырға тейеш. Был баланың ҡайыш аҫтынан шыуып сығыуына юл ҡуймаҫ һәм авария ваҡытында күкрәккә, башҡа һәм муйынға баҫымды кәметәсәк.
Хәүефһеҙлек ҡайышының киң, У-формаһында, баҫымды йомшартыу өсөн махсус эшләнгән булыуы шарт. Бындайҙар автомобилде ҡапыл туҡтатҡанда йәрәхәт алыуҙан, ә бил тәңгәлендә ышаныслы нығытылыуы, ҡорһаҡ травмаларынан һаҡлай. Ҡайыштағы төрлө көйләү әйберҙәре, һауа тултырылған мендәрҙәр, каркасһыҙ ҡоролмалар бәрелешеү ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итмәй. Киреһенсә, улар зыян килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, баланың эске ағзалары сүрәтендәге балсыҡтан яһалған формаларҙы ҡулланыу авария мәлендә йыш ҡына баланың эске органдарына баҫымды көсәйтә һәм ғәмәлдә бәләкәс пассажир ауырыраҡ йәрәхәттәргә дусар була.
Шуға күрә ата-әсәләргә автоултырғыс һайлағанда һәр үҙенсәлеккә иғтибар итеү зарур. Балағыҙҙың сәләмәтлеге һеҙҙең яуаплылыҡҡа ныҡ бәйле, шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Евгений Чернов,
район буйынса ЮХХДИ бүлегенең дәүләт инспекторы.
Читайте нас: