Инйәр
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Апрель 2020, 12:05

Түләүҙәр оҙайтылды

Рәсәй Президенты күрһәтмәһенә ярашлы, Пенсия фонды түләүҙәрҙе оҙайтты.

Был, тәү сиратта, пенсияларға һәм әсәлек капиталы иҫәбенә ай һайын түләүҙәргә ҡағыла.
Мәҫәлән, ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алыусыларға (18 йәше тулған) түләүҙәрҙе оҙайтыу маҡсатында үҙҙәренең уҡыуын раҫлап яҡын аралағы айҙарҙа идаралыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. 1 июлгә ҡәҙәр улар уҡыуҙа тип һаналасаҡ.
Шул уҡ мәлдә Пенсия фондының территориаль органдары уҡыу йорттарынан килгән белешмәләр һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә түләүҙәрҙе оҙайтыу хаҡында ҡарар ҡабул итәсәк.
Ышаныс ҡағыҙы буйынса пенсия алған саҡта ла ошондай уҡ тәртип ҡулланыла. Закон буйынса пенсионерға Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә йәки түләү урынына (мәҫәлән, банкка) йылына бер тапҡыр килеп, ошондай ысул менән файҙаланыуын белдереү мөһим. Бындай хоҡуҡтың ваҡыты үтеүгә ҡарамаҫтан, әлеге ысул ярҙамында пенсия алыу июлгә тиклем дауам итәсәк.
Әсәлек капиталы иҫәбенән ай һайын түләүҙәр алған ғаиләләргә үҙҙәренең килемен һәм капиталға хоҡуғын раҫлау йәһәтенән шулай уҡ Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә әсәлек капиталынан түләүҙәр ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡәҙәр оҙайтыла.
Бынан тыш, Рәсәй территорияһында йәшәү урыны теркәлмәгән граждандарға ла социаль пенсиялар түләүҙәр оҙайтыла. Закон талаптары буйынса бындай граждандарға социаль пенсия йәшәү урыны фактын дәлилләгән шәхси ғаризаһы шартында ғына билдәләнә. Артабан түләүҙәргә хоҡуҡты юғалтмаҫ өсөн бындай ғаризаны йылына бер тапҡыр яҙыу мөһим. Әлеге мәлдә был тәртип туҡтатылды.
Александр Комзалов,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Вставка:
Апрель айында пенсиялар һәм пособиелар алыу өсөн почталарға килеү кәрәкмәй. Билдәләнгән көндә түләүҙәрҙе почтальондар үҙҙәре өйгә килтерәсәк.
Читайте нас в