Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырлы ауыл» республика конкурсы 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем бара. Яңы ижади бәйгенең икенсе һайлап алыу туры район мәҙәниәт йортонда үтте.
Үҙешмәкәр йыр коллективтары, дуэттар, трио, вокал ансамблдәр, яңғыҙ башҡарыусылар тарафынан 59 сығыш тәҡдим ителде. Улар араһында иң йәшенә — 4 йәш, иң олоһона 81 йәш булды.
Жюри составында Башҡортостандың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: халыҡ ижады Республика үҙәгенең вокал-хор жанры буйынса белгес, Рәсәй фольклор союзының төбәк бүлеге етәксеһе Наталья Кондакова, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлеге профессоры, музыка театры студияһы мөдире Йәмил Әбделмәнов, Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәге, “Ағиҙел таңдары” рус халыҡ хоры етәксеһе Елена Гурдюмова.
БР Мәҙәниәт министры тарафынан конкурс иғлан ителеүе менән халҡыбыҙҙың яңы таланттары асыла башланы: костюмдар һатып алынды, йыр коллективтары, вокал ансамблдәр барлыҡҡа килде. Бөгөнгө сығыш яһаусыларҙы мин ышаныслы рәүештә халыҡ йырсылары тип атайым, сөнки улар ысынында халыҡ моңдарын башҡарған, үҙ тамашасыларын тапҡан талант эйәләре. Барығыҙға ла бәйге ҡомары һәм уңыштар юлдаш булһын! — тип Наталья Михайловна конкурста ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Районыбыҙ ауылдарының моңло тауыштары, һәр ваҡыт сәхнә түрен яулаусылар, яңғыҙ йыр башҡарыусылар Муллағәлимова Илзидә, Хәсәнова Хәмдиә, Заһитова Раушания, Ғафаров Риф, Яҡупова Диана йырҙарын бик матур итеп башҡарһа, “Берегиня” (Валентиновка), “Ивушка” (Ырныҡшы) вокал ансамблдәре, “Ташҡын” (Муллаҡай) вокал төркөмө, “Цвет калина” (Ҡыҙыл Еҙем) халыҡ фольклор ансамбле һәм Тирәкленән Ғәниевтәрҙең ғаилә ансамбле баһалама ағзаларының күңелен яуланы.
Тамашасылар йырсыларҙың һәр сығышын ихлас алҡыштар менән оҙатты. "Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә, ишетер йырым булһа, үкенергә ҡалмаҫ", тигән бөйөк башҡорт яҙыусыһы, шағиры, драматург Мостай Кәрим. Йондоҙ ҡото — нурланыуҙа булһа, йырҙың ҡото — йырланыуҙа. Матур йырҙар йырлап, тыңлап йыр-моңдан айырылмай йәшәй районыбыҙ халҡы.