Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Апрель 2020, 11:31

Тыл хеҙмәтсәндәренә — миҙалдар

Күптән түгел “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда тыл ветерандарына Хөкүмәт миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Оло байрам — Бөйөк Еңеү көнө яҡынлаша. Бөтә ил өсөн айырыуса әһәмиәтле дата. Йырҙа ла бит “күҙ йәштәре менән тулған шатлыҡ” тип йырлана. Һәм, ысынлап та, был көндә шатлыҡ менән ҡайғы берҙәй кисерелә. Һуғыш илебеҙҙә бер кемде лә ситләп үтмәне, ул ваҡытты “һуғышҡа тиклем”гә һәм “һуғыш”ҡа , барыһын “фронт” һәм “тыл”ға бүлде. Шуға күрә ошо олуғ байрам көндәрендә һәр ғаиләлә Еңеү өсөн ғүмерен биргән яҡындарын иҫкә алалар. Шулай уҡ бөгөнгө көндә эргәбеҙҙә йәшәгән һуғышы шаһиттары, тыл хеҙмәтсәндәре тәбрикләнә. Беҙҙең учреждение хеҙмәткәрҙәре һәм унда йәшәүселәр өсөн яугир-ветерандар һәр саҡ ғорурлыҡ өлгөһө.
Күптән түгел “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йортонда тыл ветерандарына Хөкүмәт миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин латыш мәҙәниәте вәкиле Людмила Муценэк менән бергә тәрбиәләнеүселәребеҙ Ғәлиә Бикмөхәмәтова һәм Ләйлә Ҡалмурзинаны шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы ҡотларға килде. Альберт Әсҡәт улы ҙур батырлыҡ ҡылған тыл ветерандарына оло хөрмәтен белдереп, ихлас теләктәрен юлланы.
1942 йылда Ләйлә Солтангәрәй ҡыҙына 11 йәш кенә була. Ғафури районында ул ололар менән бер ҡатарҙан колхоз эшендә көс түгә. Атаһы һуғыш башланыу менән яуға алына. Архангел районындағы фиҙаҡәр хеҙмәт йылдары дүрт тиҫтәнән ашҡан. Бында ул тәүҙә фермала һауынсы була, һуңынан хаҡлы ялға киткәнсә май заводында эшләй. Стажын тағы ла күберәк иҫәпләргә хаҡлыбыҙ, үкенескә күрә, Ғафурилағы хеҙмәт йылдары тураһында белешмәләре янып юҡҡа сыға.
Тыл хеҙмәтсәндәре тапшырылған миҙалдар һәм күрһәтелгән иғтибар өсөн етәкселәргә оло рәхмәттәрен белдерҙе, йәш быуынға сәләмәтлек һәм тыныс күк йөҙө теләне.
Әлфиә Ғибәҙуллина,
мәҙәни саралар ойоштороусы.
Читайте нас: