Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 11:05

Коронавирусты иҫкәртеү ныҡлы күҙәтеүҙә тотола

Әлегә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың бер осрағы ла раҫланмаған.

Бөгөн республикала 49 кеше (улар араһында 8 бала) коронавирус инфекцияһына шик менән дауаханала тикшерелә. Барыһының да хәле тотороҡло. Әлегә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың бер осрағы ла раҫланмаған. Был хаҡта сираттағы брифингта БР Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Һуңғы осорҙа донъяла ҙур хәүеф тыуҙырған коронавирус тирәһендәге ығы-зығы, ҡурҡыу тойғоһо, көсөргәнеш халыҡ араһында имеш-мимешкә, ялған хәбәрҙәргә лә юл асты. Ҡайһы бер матбуғат баҫмаларында сир осраҡтары тураһында күренгеләгән хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Атап әйткәндә, Австриянан ауырып ҡайтҡан ҡатында коронавирус табылмаған. Европа иленән ҡайтҡан уҡыусы ҡыҙҙың сирләүе лә дөрөҫ түгел.
Коронавирус сәбәпле, сауҙала өҙөклөктәр булыр, тип халыҡ ҡурҡа буғай. Айырыуса ҡайһы бер Европа илдәре магазиндарында кәштәләр бушай башлаған тип тә ишетелә. Беҙҙә быға юл ҡуйылмаясаҡ. Бөгөн генә тикшереү өсөн райондағы сауҙа нөктәләрен йөрөп сыҡтыҡ: һатып алыусылар ҡәҙимгенән күберәк түгел, тауар етә, хаҡтар ҙа элекке кимәлдә һаҡлана. Артабан да шулай булыр!
Башҡортостанда коронавирусты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән етди саралар күрелә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тәүлек әйләнәһенә эшләгән “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырылған. 286-58-27 телефоны аша сиргә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға белгестәр яуап бирә. Бынан тыш, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында вирусҡа бәйле бөтә мәғлүмәтте табырға мәмкин. Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанға яҡын арала ҙур партия һаҡланыу саралары ҡайтарыласаҡ.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: