Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 12:50

Көн тәртибендә — ғаилә ҡиммәттәре

Тәбиғәттең матур миҙгелен башлап, Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

Ошо йәһәттән Архангел ауылының “Зифа” мәсете имам-хатибы Фәнзил хажи Хисаметдинов районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарынан ағинәйҙәрҙе йыйҙы. Район мәҙәниәт йортонан “Хазина” төркөмө (етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова) ҡунаҡтарҙы йылы һүҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Архангел, Абҙан, Тәүәкәс, Тирәкле, Убалар, Ҡыҙғы, Родинский, Ҡыҫынды ауылдарынан йөҙгә яҡын кеше килде. Халыҡ йыйылып бөткәндән һуң, барыһы ла өйлә намаҙына баҫты, матур теләктәрҙә доға ҡылды.
Фәнзил хәҙрәт йыйылыуҙың маҡсатын аңлатып, сара айҡанлы тәбрикләне. Артабан ул ғаилә төшөнсәһенең төп асылын бәйән итте: “Аллаһы тәғәлә әҙәмде иң гүзәл эшлекле йән эйәһе итеп яратҡан. Кешеләр һәр ваҡыт берләшеп йәшәгән, тормош ҡорған. Ғаилә — ир менән ҡатындың бергәләп ҡорған ябай, әммә әһәмиәте яғынан милләттең нигеҙен тәшкил иткән мөһим ҡоролош ул. Шуға ла ир һәм ҡатындың бер милләттән булыуы шарт. Сөнки улар бер телдә аралашасаҡ, бер үк ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тотасаҡ, сабыйҙарын да ошо рухта тәрбиәләйәсәк. Татыу, бер-береңә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт урынлашҡан мөхиттә тыуған балалар ата-әсәһенең изге ниәттәрен яҡшы аңлай, тормошта эшһөйәр, әҙәпле, бүтәндәргә ихтирамлы, иғтибарлы булып үҫә. Һөҙөмтәлә миһырбанлыҡ ололарҙан кеселәргә күсә килгән. Халҡыбыҙ тормошонда был күсәгилешлек борондан күҙәтелгән. Шуға ла ундай ғаиләләрҙә тыуған балалар, төплө тәрбиә алғандан һуң, донъяға ысын кеше күҙлегенән баға”.
Район Советы секретары Фәйез Йортомбаев һәм район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнзил Хисаметдинов ғаилә темаһына бәйле төп проблемаларҙы яҡтыртты: әҙәп-тәртип, эскелек, йәштәрҙең буйҙаҡ йөрөүе, ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр һәм башҡалар.
Мәсеткә килгән ҡунаҡтарҙы “Хазина” төркөмө ҡыҙҙары мул табын әҙерләп, ҡорбан ашы менән һыйланы. Һыйҙан һуң һәр ауылдың “Ағинәйҙәр ҡоро” етәкселәренә һүҙ бирелде. Улар үҙҙәре башҡарған эштәре тураһында һөйләне, тәжрибәләре менә уртаҡлашты.
Йыйылыш бик эшлекле кимәлдә үтте. Барыһы ла сараны ойоштороусыларға рәхмәттәрен белдереп, ҡәнәғәт таралышты.
Роза Ғәббәсова,
Тәүәкәс ауылының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе.
Читайте нас: