Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 13:00

Гүзәл заттар бәйге тотто

Гүзәл заттар көнө уңайынан Абҙан урта мәктәбе спорт залында ауылыбыҙҙың 24 ҡатын-ҡыҙы дүрт командаға бүленеп, көс һынашты.

Һалҡын ҡыштан һуң йылы, наҙлы ҡояшлы март айы күңелдәрҙе иркәләп, тормошобоҙға йәм өҫтәп ебәргәндәй була. 8 Март — ул яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы. Гүзәл заттар көнө уңайынан Абҙан урта мәктәбе спорт залында ауылыбыҙҙың 24 ҡатын-ҡыҙы дүрт командаға бүленеп, көс һынашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы һөйкөмлө йылмайыуҙар, күңелле шаярыуҙар, әсәлек оҫталыҡтары менән ярышҡа ҡоралланып килгән. Бәйгеселәр араһында уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар һәм хужабикәләр бар. Сараны ойоштороусы ауыл хакимиәте башлығы Айнур Хәсәнов командаларға мауыҡтырғыс та, ҡыҙыҡлы ла һынауҙар әҙерләгән.
Ҡатын-ҡыҙ ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, матурлыҡ та, йомшаҡлыҡ та, сабырлыҡ та, иң көслө әсәлек хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған. Ул һәр ваҡыт эш менән мәшғүл — балалар үҫтерә, йорт эштәрен башҡара, өҫтәүенә, карьера яһай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Шул мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайынса, үҙенең нәзәкәтлеген һаҡлай белә. Һынауҙар барышында конкурста ҡатнашыусыларҙың ошо матур сифаттары асыҡланды ла инде. Бәйге бик сәмле барҙы, ҡатын – ҡыҙҙар бар тырышлығын һалды. Ә шулай ҙа ярыш еңеүсеһеҙ булмай. Һөҙөмтәлә уҡытыусылар командаһы (капитаны — Филүзә Ғизәтуллина) — 1-се, ауыл хакимиәте (Рәүфилә Әлимғолова) — 2-се, почта хеҙмәткәрҙәре һәм һатыусыларҙың ҡатнаш командаһы (Гүзәл Килмөхәмәтова) — 3-сө, ауыл йәштәре (Илгизә Иманғәлина) 4-се урынды яуланы.
Нәсиә Йосопова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Абҙан ауылы.
Читайте нас: