Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Март 2020, 13:10

Белем усағында тормош ҡайнай

Ырныҡшы мәктәбендә әленән-әле төрлө саралар үткәрелеп тора.

Бөтә уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашлығында уҙған хәрби- патриотик айлыҡта бай программалы осрашыуҙар ойошторолдо. Февраль дауамында Ватаныбыҙ һаҡсыларына арналған һүрәттәр, “Тыныс май иртәһендә Еңеү тыуҙы” темаһына ҡул эштәре һәм китапханала “Беҙ иҫләйбеҙ...” тип исемләнгән китаптар күргәҙмәләре эшләне.
14 февралдә мәктәп уҡыусылары хәрби-интернационалистарға арналған “Афғанстан — беҙҙең һыҙланыу” сараһында ҡатнашты, һуңынан улар ҡыҙыу нөктәлә һәләк булған Герман Ереминдың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Балалар өсөн Граждандар һуғышы батырҙары һәйкәлен, ветерандарҙың ихатаһын ҡарҙан таҙартыу буйынса һәм “Һалдатҡа хат” акциялары, “Советтар Союзы Геройы иҫтәлегенә” сафҡа баҫыу һәм йыр смотры, “Йәгеҙ әле, малайҙар!” конкурсы уҙғарылды. Тарих уҡытыусыһы Е.Е.Еремина етәкселегендә 4-се,5-се һәм 7-се класс уҡыусылары Валентиновка ауылындағы Хәрби Дан музейына сәйәхәт ҡылды. Бынан тыш, бөтә кластарҙа батырлыҡ дәрестәре үтте.
Хәрби – патриотик айлыҡ тамамланыуға белем усағында ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә әҙерлек башланды. Яҙ байрамы алдынан гүзәл заттарҙы тәрбикләү матур йолаға әйләнгән. Ошо йәһәттән мәктәптә “Бар күңелдән...” исемле күңелле сара ойошторолдо. Ғәҙәттәгесә, мәктәп директоры барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергәндән һуң, иң һәләтле һәм әүҙем уҡыусылар үҙҙәренең әсәйҙәренә һәм өләсәйҙәренә бағышлаған бүләк сығыштарын тәҡдим итте. Башланғыс кластар әҙерләгән шиғри шәлкемдәр, 6-сыларҙың таҡмаҡтары, 5-селәр тарафынан күрһәтелгән сәхнә күренеше күңелдәргә хуш килде. Күркәм байрам концерты барыһының да кәйефен күтәрҙе, йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Гөлнара Рәхимова,
тәрбиәүи эштәр буйынса мәктәп директоры урынбаҫары.
Читайте нас: