Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 15:16

Сәхнә — һулар һауам

Бик егәрле, талапсан хеҙмәткәр.

Рәсимә тураһында һорашҡас, уның остазы Рәсимә Миңлеғәли ҡыҙы: “Бик егәрле, талапсан хеҙмәткәр. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, билдәлелек яулап өлгөргән, һәләтле ҡыҙ. Уға ҙур өмөттәр бағлап торабыҙ”,-тине.
Үрге Ләмәз һылыуы Рәсимә Әсмәндийәрова бәләкәйҙән бейергә яратҡан. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжына килтерә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, хореограф һөнәрен үҙләштергән йәш белгес өс йыл Өфөлә “Глобус” исемле балалар ижад үҙәгендә кескәй тәрбиәләнеүселәренә бейеү сәнғәтенең нигеҙҙәрен өйрәтә.
Бөгөн һылыу ҡыҙ район мәҙәниәт йортонда эшләй. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның хореография бүлеген тамамлай.
— Сәхнә — тормошомдоң мәғәнәһе, һулар һауам. Үҙемде унда һыуҙа йөҙгән балыҡтай хис итәм. Бейеү — ул мөғжизә, сихри донъя. Шуға күрә бейеүсе кеше сәнғәткә ғашиҡ булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен яҡшы белергә, хөрмәт итергә тейеш. Күҙәтеүсән, мәҙәниәтле һәм киң даирәлелек тә беҙҙең һөнәр кешеләренә хас сифаттыр.
Сәхнә таң ҡалып һоҡланыуҙы ярата, шуға күрә гүзәллеккә, яңылыҡҡа ынтылам, бер урында тапанып тормайым. Сәнғәт кешеһе лә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та килешле кейенергә, биҙәүестәр тағырға яратам. Буй-һыныңды күркәм тотоу кәрәк булһа ла мода артынан артыҡ ныҡ ҡыумайым. Минеңсә, кешенең күңел матурлығы тышҡы зауыҡтан өҫтөнөрәк.
Яратҡан эшең, кешең, ата-әсәң, туғандарың менән бергә ҡайнап йәшәүҙе бәхет тип һанайым. Улар мине ҡанатландыра, тормош һуҡмағынан үрләргә көс-ҡеүәт бирә. Ғөмүмән, һәр ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышында уның тураһында хәстәрлек күреп, ҡайғыртып тороусыһы булырға тейеш.
Ата-әсәм бай рухлы, матур тәрбиә биргәнгә күрә, кешеләрҙә тик яҡшылыҡ күрәм һәм үҙем дә халыҡҡа изгелек ҡылып, эшемдән йәм табып йәшәйем.
Дилара Бәҙретдинова.
Альберт Рәхимов фотоһы.
Читайте нас: