Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 12:35

Ғаилә ялы байрамға әүерелде

Үткән аҙнала Абҙан урта мәктәбендә “Папа FEST” тип аталған сираттағы ғаилә ялы уҙҙы.

Ғаилә хеҙмәте тарафынан ойошторолған сарала ҡатнашыусылар туғандары һәм яҡындары менән берлектә бейеү, флешмоб, спорт ярыштары майҙансыҡтарында күңел асты. Бынан тыш, ғаилә хеҙмәте белгестәре “Шырпы ҡаптарынан танкылар”, “Үҙ ҡулдарыбыҙ менән бүләккә открыткалар”, “Беләҙектәр үреү”, “Һауа шарҙарынан уйынсыҡтар” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа бәләкәстәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтһә, психолог өлкәндәр өсөн “Бәхетле ата-әсәләр — бәхетле балалар” исеме аҫтында тренинг үткәрҙе.
Һәр төбәктең үҙенә хас тарихы бар: ундағы иҫтәлекле урындар, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм көнкүреш, күренекле кешеләре менән танышырға мөмкин. Абҙан урта мәктәбендәге музей тап ошондай урын инде. Музей менән етәкселек иткән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рәүф Рәхмәтуллин ҡыҙыҡлы экспонаттарҙы күрһәтте, уларға бәйле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Бында элекке осорҙоң сәнғәт әйберҙәре, портреттар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре, ҡоралдар, яугир ауылдаштарҙың фронттан яҙған хаттары, яраланыу хаҡында белешмәләр, хәрби наградалар һәм башҡа күп кенә тарихи ҡомартҡылар тупланған.
Сара барышында ҡунаҡтарҙың күңеле сағыу кисерештәр менән тулыланды. Әлбиттә уны мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп ойоштороуҙа Абҙан мәктәбе директоры Физәлиә Кинйәғолованың, ауылдың мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фаягөл Кинйәғолованың, район Советы рәйесе Рәүф Рәхмәтуллиндың, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар “Степанов” менән Әлфиә Абдурахмонованың ярҙамы ҙур булды. Матур байрамға әүерелгән ғаилә ялы барыһына ла бик оҡшаны.
Фәрзәнә Әминева,
район-ара “Ғаилә” үҙәге етәксеһе.
Читайте нас: