Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2020, 12:10

Полковник иҫтәлегенә

Абҙан ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбиров иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыштар уҙҙы.

Архангел районы халҡын физик культура һәм спортҡа ылыҡтырыу, уларҙың физик әҙерлеге кимәлен күтәреү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү сиктәрендә, Абҙан ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы үткән полковник Сәйфулла Хәлил улы Хәбиров иҫтәлегенә волейбол буйынса ярыштар уҙҙы. Унда Архангел, Арх-Латыш, Инйәр, Тәүәкәс һәм Абҙан ауыл биләмәләренән алты команда ҡатнашты. Волейболсыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф.Хәсәнова, йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.Тиунова, ауыл биләмәһе башлығы А.Хәсәнов сәләмләне һәм уңышлы уйын теләне.
Ярыш ике төркөмдә барҙы. Һөҙөмтәләр буйынса 1-се урынды — “Абҙан – 1”, 2-сене — “Инйәр”, 3-сөнө “Максим” командалары яуланы. Бынан тыш, Мәһәҙиев Артем (Архангел) — “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”, Ғәлиев Эдуард (Абҙан) — “Иң яҡшы уйынсы”, Хивинцев Василий (Инйәр) — “Иң яҡшы блок яһаусы”, Бәширов Айнур (Арх-Латыш) — “Иң яҡшы туп биреүсе” , Хәсәнов Артур (Абҙан) — “Иң яҡшы һаҡсы”, Озолин Роман (Арх-Латыш) — “Йәш волейболсы”, Ҡотләмбәтов Илшат (Абҙан) — “Турнир ветераны”, Мөхәмәтйәнов Илгиз (Абҙан) “Иң яҡшы судья” номинацияларында билдәләнде. Еңеүселәргә һәм призерҙарға Йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты тарафынан кубоктар, иҫтәлекле статуэткалар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Алевтина Тиунова,
йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе.
Читайте нас: