Архангел райпоһы советы рәйесе Фәриҙә Рафаил ҡыҙы Сәхибзадаева кәңәшмәне асып, көн тәртибендәге мәсьәләләр менән таныштырҙы һәм район ҡулланыусылар йәмғиәтенең 2019 йылдағы хужалыҡ – финанс эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, район халҡын 17 магазин, 128 урынға иҫәпләнгән 3 туҡланыу нөктәһе һәм бер икмәк комбинаты хеҙмәтләндерә. Кооператорҙарға көслө конкуренция шарттарында эшләргә тура килә, сөнки район биләмәһендә райпо нөктәләренән тыш, шәхси эшҡыуарҙар ҙа сауҙа итә. Был әленән-әле яңы алымдар эҙләүгә этәргес булып тора. Сауҙа селтәре халыҡты көндәлек кәрәк-яраҡ менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ә йылдан-йыл үҫә килгән ихтияждарын да иҫәпкә ала. Ғөмүмән, бөтөн коллективтың берҙәм һәм тәртипкә һалынған эҙмә-эҙлекле хеҙмәте һөҙөмтәһендә дөйөм баҙар кимәлендә үҙ урынын һаҡлап ҡалырға һәм яҡшы күрһәткестәргә ирешергә мөмкин.
Һәр предприятиеның төп күрһәткестәре — килем һәм сығым әйләнеше. Мәҫәлән, 2018 йыл менән сағыштырғанда, былтыр дөйөм тауар әйләнеше 63000 һум, йәғни 111 процент тәшкил итте. Барлыҡ тармаҡтар ҙа юғалтыуһыҙ эшләне.
Аҙыҡ-түлек ресурстарын тулыландырыуҙа үҙебеҙ етештергән продукция мөһим роль уйнай. Дөйөм туҡланыу предприятиелары тарафынан 38115,4 мең һумлыҡ тауар, 200 тоннанан ашыу икмәк һәм ҡалас аҙыҡтары (7583 мең һумлыҡ) етештерелгән, 3808 мең һум һалым түләнгән.
Бөгөн тауар әйләнешен үҫтереүҙең тағы бер ыңғай йүнәлеше — йәмғиәттең кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты хуплау һәм үҫтереү муниципаль программаһында, шулай уҡ килем килтереүсе проекттарҙа ҡатнашыу. Ошо маҡсаттан сығып, “Архангел” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы булдырылды һәм ҡоролмалар (әлеге мәлдә ашхана бинаһында уларҙы урынлаштырыу менән мәшғүлдәр), автомобиль - рефрижератор һатып алынды.
Хеҙмәткәрҙәр һөнәри оҫталыҡтарын күтәреүгә яуаплы ҡарай. Беҙҙең дөйөм туҡланыу нөктәләрендә арзан хаҡҡа яҡшы ғына ашап сығырға мөмкин. Өйҙә үткән тантаналар өсөн әҙер аш-һыуға заказдар бирергә мөмкин. Сифатлы аҙыҡ- түлектең ассортименты бай.
Пайсыларҙың кәңәшмәһе эшлекле шарттарҙа барҙы. Сара аҙағында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән сауҙа хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, һатыусылар Инна Васарман (Максим Горький ауылы), Әлфинә Вәхитова (Тирәкле), Гөлсинә Ғәлиева (Оҙондар), Любовь Матвеева (Архангел), товаровед Зилә Исхаҡова, икмәк бешереү комбинаты мөдире Лилиә Казанцева район ҡулланыусылар йәмғиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, водителдәр Сергей Колбинға, Николай Орловҡа, Алексей Панфиловҡа Рәхмәт хаттары тапшырылды.