Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Март 2020, 11:10

Дәүләт хеҙмәттәрен электрон ысулда алыу ҡулай

Хәҙер миграция өлкәһендә лә дәүләт хеҙмәте күрһәтеү электрон ысулда башҡарыла, йәғни граждандар документтарын Интернет аша тапшыра ала.

Бының өсөн Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре сайтына (gosuslugi.ru) керергә кәрәк.
Архангел полиция бүлексәһенең миграция пункты ла Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙең берҙәм порталы (Единый портал) аша халыҡтан ғаризаларҙы электрон рәүештә ҡабул итә.
  • Теркәлеү үткәндән һуң, райондаштарыбыҙҙың төрлө дәүләт хеҙмәттәренә ғаризалар тапшырыу мөмкинлектәре бар. Әйтәйек, РФ гражданының яңы быуыны өсөн (10 йыллыҡ) йәки элекке өлгөләге (5 йыллыҡ) сит ил паспортын алыу, йәшәү урыны буйынса теркәлеү, күсенгәндә теркәүҙән төшөү һәм килгән урын буйынса теркәлеү, физик шәхестәр өсөн адреслы белешмә кәрәкһә... Был хеҙмәттәрҙе алыу өсөн талап ителгән документтар исемлеге Порталдың мәғлүмәт бүлегендә, шулай уҡ беҙҙең сайтта урынлаштырылған, — ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Архангел районы буйынса бүлексәһенең миграция пункты начальнигы Венер Фәттәхов.
  • Бындай төрҙәге ғаризаларҙы биреү өсөн ҙур сираттарҙа тораһы түгел. Шул уҡ ваҡытта уны тәүлектең теләһә ҡайһы мәлендә ебәрергә була. Ғаризаның ҡағыҙға яҙылған формаһы талап ителмәй. Яңылыш йәки хаталы тултырылғанда төҙәтмәләр индереү буйынса ярҙамды шулай уҡ электрон ысулда алырға мөмкин. Хеҙмәт күрһәтеү айырым тәртиптә башҡарыла: ғариза тапшырыусыны ҡабул итеү датаһы һәм ваҡыты билдәләнә, был хаҡта электрон рәүештә хәбәр ебәрелә. Интернет аша ғариза яҙғанда, гражданға бүлеккә бер генә мәртәбә килергә кәрәк була.
    Әле дәүләт пошлинаһын да 30 процентлы ташлама менән түләү мөмкинлеге ҡаралған. Бындай ташламаға эйә булыу өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында тапшырыу, дәүләт пошлинаһын түләүҙә ҡулаҡсаһыҙ ысулды (банк картаһы, электрон кошелек, мобиль телефон) һайлау мөһим. Әгәр был шарттар үтәлһә, һеҙгә теләһә ҡайһы дәүләт пошлинаһын ташлама менән түләргә мөмкин. Мәҫәлән, РФ гражданы паспортын алыу өсөн 300 түгел, ә 210 һум етә.
    Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
    Читайте нас: