Инйәр
+13 °С
Облачно
Общие статьи
18 Февраля 2020, 06:30
Юл-транспорт ваҡиғаһын теркәү ябайлашты
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән башҡа юл-транспорт ваҡиғаһын теркәргә мөмкин
Түбәндәге осраҡтарҙа, аварияға эләгеүселәрҙең килешеү-килешмәүенә ҡарамаҫтан, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән башҡа юл-транспорт ваҡиғаһын теркәргә мөмкин:
бәрелешеүҙә ике генә автомобиль ҡатнашҡан;
транспорттарҙың эйәләре ОСАГО буйынса страховкаланған;
юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашҡан автомобилдәргә генә зыян килгән, башҡаларҙың мөлкәтенә зарар килтерелмәгән.
Юғарыла атап үтелгәндәрҙән сығып, страховка белдереүен өлгөгә ҡарап үҙ аллы тултырабыҙ. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында (зарар күрелгәнде, дөйөм күренеште) бер нисә фотоһүрәт эшләйбеҙ, аварияла ҡатнашҡан икенсе кеше менән телефон номерҙарын алмашаһығыҙ. Ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы стаховка белдереүенең күсермәһен ваҡиға булғандан алып 5 көн эсендә үҙенең страховка компанияһына илтә. Әгәр был өлкәгә ҡағылған ниндәй ҙә һорауығыҙ тыуһа, ОСАГО полисының мөйөшөндә күрһәтелгән телефон номеры буйынса һәр саҡ шылтырата алаһығыҙ.
Евгений Чернов,
Архангел районы буйынса дәүләт автоинспекторы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"