Инйәр
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2020, 11:15

Белешмәләр ваҡытында тапшырылһын

2020 йылдың 1 ғинуарынан персоналләштерелгән иҫәп тураһындағы РФ Хеҙмәт кодексының һәм Федераль закондың яңы редакцияһы үҙ көсөнә инде.

Был РФ Кодексының хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында белешмәләрҙе электрон рәүештә биреү бүлегенә индерелгән үҙгәрештәргә ҡағыла. Ошоға ярашлы хәҙер эш биреүселәр страховкаланыусыларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында белешмәләрҙе СЗВ-ТД формаһында Пенсия фондына электрон тәртиптә тапшырырға бурыслы. Форманы тултырыу тәртибе Рәсәй Пенсия фонды ҡарары нигеҙендә раҫланған.
Тәүге мәғлүмәттәрҙе 2020 йылдың 15 февраленән дә һуңламай, ә артабан — хеҙмәткәрҙең хеҙмәт эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәргә бәйле (икенсе вазифаға күсереү, эштән китеү) осраҡта, мәғлүмәтте электрон ысулда иҫәп-хисап яһау арауығында килгән айҙың 15-енә тиклем бирергә кәрәк.
2020 йылдың 31 декабренә тиклем яҙма рәүештә һәр хеҙмәткәргә һайлау — ҡағыҙ хеҙмәт кенәгәһендә ҡалыу йәиһә тулыһынса электрон хеҙмәт кенәгәһенә күсеү мөмкинлеге бар. Бындай ғариза Пенсия фондына белешмәләрҙе тапшырыуға бер нисек тә тәьҫир итмәй. СЗВ-ТД формаһында иҫәп-хисап яһағанда, эш биреүсе бер юлы эшсеһенең үҙендәге хеҙмәт эшмәкәрлеге хаҡында (2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата) һуңғы мәғлүмәттәрҙе лә индерә.
Бөтә һорауҙар буйынса урындағы Пенсия фонды идаралығына (телефоны 8(34774)2-17-74 ) мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: