Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2020, 11:00

Ҡыҙҙар һынатмаҫ

Оҙондар мәктәбе укыусылары Башҡорт дәүләт аграр университеты тарафынан ойошторолған "Яңы быуын — 2020" конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алып ҡайтты.

Әйүпова Луиза (10 класс) менән Хәбирова Илина (11) бәйгегә ҙур тырышлыҡ менән әҙерләнде. Ҡыҙҙар бейеү буйынса икеһе лә 3- сө урынды яуланы. Луиза — “Халыҡ бейеүен яңғыҙ башҡарыу”, ә Илина “Экзотик бейеү” номинацияһында билдәләнде. Улар “Еҙ үксә” республика конкурсында ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәйне. Бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙа, әлбиттә, мәктәп директоры Әлфирә Әюпованың, һауа шарттарының көйһөҙлөгөнә ҡарамай, беҙҙе йөрөткән водитель Айрат Шәмсетдиновтың, шулай уҡ ата-әсәләрҙең ярҙамы ҙур булды. Киләсәктә лә ҡыҙҙар һынатмаҫ, уңыштарҙың юғары баҫҡыстарына үрләр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: