Һуңғы көндәрҙә ҡар мул ғына яуҙы, буранлап та алды. Ошондай саҡта юлдарҙы тәртиптә тотоу, ваҡытында яуған ҡарҙан, буран һалған һырынтыларҙан таҙартыу ҙур мәшәҡәткә әйләнә. Һәр юлдың үҙ хужаһы була һәм тап улар үҙҙәренә тәғәйен юлдың торошо өсөн яуап бирә.
Автомобиль юлдары дүрт төргә бүленә:
- Федераль юлдар. Беҙгә ҡағылышлылары: М5 (Һамар - Силәбе), М7 (Өфө - Мәскәү) һәм Өфө - Ырымбур. Уларҙы төҙөк хәлдә тотоу һәм таҙартыу өсөн тулыһынса «Росавтодор» яуаплы.
- Республика юлдары. Мәҫәлән, «Өфө - Белорет - Учалы» йәки «Өфө - Яңауыл». Улар – республиканың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағында.
- Муниципаль юлдар. Ауыл һәм ҡасабалар араһындағы, ҡалалар һәм райондар биләмәһендәге трассалар. Уларҙың торошо өсөн урындағы хакимиәт яуап бирә.
- Шәхси юлдар. Әгәр берәй ҙур завод үҙенең цехтарына юл төҙөһә, ул уны үҙ көсө менән таҙартырға тейеш.