Инйәр
+24 °С
Облачно
Общие статьи
5 Февраля 2020, 06:05
Яҡшы күрһәткестәр менән
30 ғинуарҙа Өфө районының Алексеевка ҡасабаһында уҡыусыларҙың театраль-фольклор фестивале — “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсының төбәк ярышы уҙҙы.
Унда Башҡортостандың биш районынан ижади коллектив, шул иҫәптән районыбыҙҙың Тирәкле мәктәбе уҡыусыларының “Дуҫлыҡ” төркөмө (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Баһауетдинова) ҡатнашты. Бәйгеселәр сәхнәләштерелгән тамаша менән сығыш яһаны.
Жюри составына һәр райондан вәкил (мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре, йырсылар, композиторҙар) индерелде. Комиссия эшендә районыбыҙҙан Ҡыҫынды клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Раушан Хазиәхмәтов ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтарына килгәндә “Дуҫлыҡ” коллективы 2-се урынды яулап, Өфө районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Шулай уҡ Шәрәфетдинов Азамат менән Шаһиева Айгизә ролдәрҙе иң яҡшы башҡарыусылар баһаһына лайыҡ булды. Бынан тыш, сарала әүҙем ҡатнашҡан һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн төркөм етәксеһе Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"