“Йыл уҡытыусыһы — 2020” һәм “Йыл тәрбиәсеһе —2020” бәйгеһенең финалы быйыл 1-се Архангел мәктәбе базаһында үтте. Конкурсанттар уҙған йылдың декабренән алып бер нисә этапта: интернет – ресурста, эссе буйынса көс һынашҡандан һуң, тәҡдим ителгән темалар буйынса асыҡ дәрес күрһәтте. Хәтһеҙ тәжрибә туплап өлгөргәнгә күрә улар юғалып ҡалманы, был бәйгене бөтәһе лә лайыҡлы үтте. Шулай итеп финал яҡынлашты.
Район мәғариф бүлеге начальнигы А.В.Матвеев бәйгеселәрҙең, уларҙың ярҙамсы төркөмдәренең тырышлығын билдәләп, һәр ҡайһыһына уңыш юлланы. Жюри рәйесенең урынбаҫары Л.Т.Сәйғафарова тәүге этаптарҙың йомғаҡтары менән таныштырғас, финалға сығыусылар исемлеген иғлан итте. Бына абруйлы жюри һайлап алған ун бәйгесе сәхнәгә теҙелде. Улар — райондың төрлө мәктәптәренән һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан ун тәжрибәле белгес: Айытмәмбәт мәктәбенән Ә.Ф.Әбхәлимова, 1-се Архангел мәктәбенән М.И.Колоярцева, Баҡалды мәктәбенән Г.Ф. Солтанбәкова, Максим Горькийҙан Р.З. Голонза, Оҙондар мәктәбенән Ф.Х.Юламанова, Заря ауылының “Чебурашка” балалар баҡсаһынан Ю.Н.Гарабурда , “Әкиәт” балалар баҡсаһынан (Архангел) Р.Р.Киселева, “Шишмәкәй”ҙән (Казанка) И.Н.Дубенец, “Тирмәкәй”ҙән (Архангел) Н.М.Чернова, Баҡалды ауылының “Чебурашка” балалар баҡсаһынан Р.Й. Япарова иң яҡшылар исеменә дәғүә итте.
Үҙ фәне буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәткән уҡытыусылар белемдәрен, балалар менән эшләүҙә оло тәжрибә туплауҙарын, ғөмүмән, уҡытыусылыҡҡа, тәрбиәсе һөнәренә бөтә күңелдәрен һалыуҙы асыҡ сағылдырҙы. Ниһайәт, сәмле ярыш аҙағына яҡынлашты. Конкурсҡа йомғаҡ яһау өсөн һүҙ район мәғариф бүлеге начальнигы, жюри рәйесе А.В.Матвеевҡа бирелде.
Үҙ эшенә ижади ҡараған уҡытыусы өсөн һәр дәрес үҙенә күрә бәйге, сөнки улар уҡыусылар алдында һынау тота, — тине Андрей Валентинович. — Бөгөнгө конкурсҡа килгәндә, ул районыбыҙ уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре өсөн һөнәри оҫталыҡтырын камиллаштырыу, һәләттәрен күрһәтеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән бик мөһим сара. Әлбиттә, бөтәһе лә еңеүсе була алмай, шулай ҙа конкурста ҡатнашыуығыҙ һеҙҙең өсөн, белем усаҡтары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн ҙур еңеү ул. Шулай итеп, иң тулҡынландырғыс минуттар етте. Райондың “Йыл уҡытыусыһы — 2020” исеменә Марина Ивановна Колоярцева лайыҡ булды. “Чебурашка” балалар баҡсаһының музыка буйынса белгесе Рузилә Йыһанур ҡыҙы Япарова — мәктәпкәсә белем биреүселәр араһында “Йыл тәрбиәсеһе — 2020” еңеүсеһе. Финалға сығыусы тәрбиәселәр Р.Р.Киселева — “Балаларға йөрәгемде бирәм”, Ю.Н.Гарабурда — “Йондоҙло сәғәт”, уҡытыусылар Ә.Ф.Әбхәлимова — “Педагогик оптимизм”, Р.З.Голонза “Үҙ эшенең оҫтаһы” номинацияларында билдәләнде. Ҡалған конкурсанттар ҙа район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде