Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2020, 11:35

Киләсәктең 1-се класс уҡыусыһы мәктәбе

2020 йылдың 1 февраплендә ғәҙәттәгесә 1-се Архангел мәктәбендә “Киләсәктең 1-се класс уҡыусыһы” мәктәбе эшен башлай.

Белем усағының иң яҡшы уҡытыусылары “АБВГДейка” әлифбаһы менән таныштырыу йәһәтенән мауыҡтырғыс дәрестәр үткәрәсәк, математиканан һандар донъяһын гиҙеп, тирә-яҡ мөхит буйынса ҡыҙыҡлы сәйәхәттәргә юлланасаҡ. Шулай уҡ тылсымлы ҡәләм ярҙамында һүрәт төшөрөү, телмәр үҫтереү йүнәлешендә уҡығандары буйынса фекер йөрөтөү, “Уңған ҡулдар”ҙа оҫталыҡтарын асып һалыу, физкультура күнекмәләрендә шөғөлләнеү кеүек мөғжизәле донъя көтә уларҙы. Ата – әсәләр өсөн иһә “Бер нисә файҙалы кәңәш” темаһына лекция ойошторола.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы һәм һеҙҙе ихлас көтөп ҡалабыҙ. Дәрестәргә килегеҙ. Аҙнаның һәр шәмбеһендә иртәнге сәғәт 10-00-дан көндөҙгө сәғәт 13.00-кә тиклем 1-се Архангел мәктәбенә (адресы: Архангел ауылы, Совет урамы, 53-сө йорт) рәхим итегеҙ! Ҡыҙыҡһынған һорауҙарығыҙ буйынса 8(34774)2-17-70, 8(34774)2-12-63 телефондарына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ белешмәләр менән мәктәптең сайтынан (arhscool-1.okis.ru) танышырға була.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 февраленән, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталында баланы 1-се класҡа алыу буйынса ғаризалар ҡабул ителә башлай.
Алевтина Бочкарева,
1-се Архангел мәктәбенең директор урынбаҫары
Читайте нас: