Сығыш яһаусылар ағымдағы йылда Еңеү байрамын уҙғарыуға бәйле сараларҙы әҙерләү һәм ойоштороу, уларға йәштәрҙе йәлеп итеү тураһында һөйләне. Көн тәртибендә һәр мәктәптә тиерлек эшләп килгән музейҙар һәм уларҙың һәр ҡайһыһындағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған мөйөштәр хаҡында ла һүҙ барҙы. Еңеү яулауға үҙҙәренең ғүмерен аямаған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән өлөш индергән яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәрҙең дә унда урын алыуы мөһим. Дәһшәтле йылдарҙы һүрәтләүсе яңы баҫылып сыҡҡан китаптағы яңы материалдарҙың эшкәртелгән йомғаҡтары менән таныштырылды. Шулай уҡ хәрби – патриотик ойошмаларҙың эше тураһында әйтеп үтелде. Районыбыҙ территорияһында әлегәсә иҫән биш ветерандың дүртәүһе Архангелдә йәшәй. Уларға ярҙам күрһәтеү кәрәклеге, йәш быуынды һуғыш юлы үткән яугирҙар менән таныштырыу мәсьәләһе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.