Бәләкәстәргә йәнле тәбиғәттең кешеләр, үҫемлектәр, ҡоштар һәм хайуандар донъяһынан торғанлығын аңлатыу һәм уларҙың бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыуын төшөндөрөү өсөн дөйөмләштерелгән белем биреү эшмәкәрлегенән тыш, улар менән бергә бик күп йүнәлештәге эш төрҙәре “акциялар, ярыштар, уйындар, конкурстар, проект алымдары һәм башҡалар) ойошторола.
Күптән түгел уҙған “Ҡоштарға ҡышын ярҙам ит” акцияһының төп маҡсаты — баланы уратып алған мөхиткә, тәбиғәт күренештәренә, объекттарына аңлы, дөрөҫ ҡараш формалаштырыу нигеҙендә ҡоштар тураһында ҡайғыртыу, уларҙың ярҙамға мохтаж тере йән эйәләре икәнен төшөндөрөү. Уға ярашлы, төркөмдәге балалар менән төрлө әҙерлек эштәре алып барыла. Кескәйҙәр йылы яҡҡа китеүсе һәм эргә-тирәбеҙҙә ҡышлаусы ҡоштарҙы барлай, фотоһүрәттәрен айырырға өйрәнә. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ тураһында шиғырҙар ятлай, йырҙар өйрәнә, йомаҡтар сисеп телмәрен байыта. Асыҡ һауала йөрөгәндә уларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә.
Быйыл беҙ акцияға бик теләп ҡушылдыҡ. Ата-әсәләр менән берлектә матур-матур тағараҡтар яһап, балалар баҡсаһында үҫкән ағас, ҡыуаҡлыҡтарға элдек һәм ем һалып, кескәй дуҫтарыбыҙға ярҙам иттек.
Балалар тирә-яҡтан осоп килгән ҡоштарҙың, үҙҙәренең ҡатнашлығында эшләнгән тағараҡтарҙан ем сүпләүҙәрен күҙәтеп шатлана һәм ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә.